Использование здоровьесберегающих технологий на уроках башкирского языка

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5 | 6 | 7  >  >>

дициялары менән таныштырыу, башҡорт халыҡ уйындары аша төрлө физик сифаттар тәрбиәләү, халыҡ традицияларына ихтирам уятыу маҡсатында мәктәптә һабантуй үткәреү отошло. Төрлө ярыштар, милли көрәш, уйындар һәм әлбиттә, әҙерләнгән аш-һыу бөтәһенә лә күтәренке кәйеф бүләк итәсәк.
Әҙәбиәт дәрестәре балаларҙа сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Дәрестәрҙә "Һаулыҡ- ҙур байлыҡ", "Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?", тигән һорауҙарға яуаптар эҙләргә мөмкин. Әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, иман, бәхет тураһында һөйләшеү урынлы. Сәләмәт йәшәү рәүешен сағылдырған, сәләмәт шәхес тәрбиәләүҙә өлгө итеп алырлыҡ әҫәрҙәр бар. Мәҫәлән, Р. Камалдың "Таня-Таңһылыу", Т. Ғарипованың "Бөйрәкәй", Н. Мусиндың "Шайтан ҡуласаһы"әҫәрҙәрен уҡыусылар яратып ҡабул итә. Уларҙың фекере уҡыусыны әхләҡи яҡтан тәрбиәләй. Тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, наркотиктар йәш организмға һәләкәт менән янай. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып рухи ныҡлыҡ, һаулыҡты һаҡлау тураһында файҙалы мәғлүмәттәр алырға була.
Дәрестәрҙе интеграция технологияһын ҡулланып үткәреү ҙә хәҙерге көндә бик актуаль. Уҡытыу процесында төрлө фәндәрҙе башҡорт теленә бәйләп өйрәткәндә һаулыҡ һаҡлау проблемаһын төрлө фән күҙлегенән яҡтыртырға була. Шуның менән мәсьәләнең төплө үҙләштереүенә юл асыла. Мәҫәлән, башҡорт телен туған әҙәбиәт, "Башҡортостан мәҙәниәте", биология, музыка һәм башҡа дәрестәр менән ҡушып үткәрергә мөмкин. Биология һәм башҡорт теле дәресендә үҫемлектәр тураһында күп мәғлүмәт бирергә була. Беҙҙең Башҡортостанда медицинала ҡулланылған 120 төр, халыҡ медицинаһында ҡулланылған 2000-ҙән ашыу төр дарыу үләне үҫә, әммә уларҙың 60 төрө генә йыйыла. Үләндәрҙе йыйыу, киптереү, һаҡлау тураһында һөйләү кәрәк. Баҡсала үҫкән үләндәрҙең, йәшелсәләрҙең, емеш- еләктең дә дарыу и

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5 | 6 | 7  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: