нысландыра. Ҡайһы бер уҡыусылар өндәрҙе йота-йота, һауаға сәсәй, ижектәрҙе өҙә -йырта, һүҙҙәрҙе вата-емерә уҡый һәм һөйләшә. Ә дәрестәрҙе тын алыу күнекмәләренән, шиғыр уҡыуҙан башлағанда ошо йүнәлештә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә була.
Башланғыс кластарҙа уҡ көндәлек режимды һаҡлау, тейешенсә йоҡлау, дөрөҫ туҡланыу, хәрәкәт итеү, сынығыу, шәхси гигиена талаптарын теүәл үтәүҙең һаулыҡ һаҡлау өсөн нисек мөһим булыуы хаҡында иҫкәртеү кәрәк.
Программа буйынса рус кластарында башҡорт теле дәрестәрендә кеше һәм һаулыҡ тураһында айырым темалар бар. 5- се рус класында "Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена" темаһын кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулыҡ темалары бергә алып барыла. Кешегә һау- сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу ойошторола. Мәҡәл- әйтемдәр менән эш, йомаҡ-тиҙәйткестәр әйтеү, артикуляцион күнегеүҙәр эшләү барышында хеҙмәткә һөйөү, бөхтәлек, ихтыяр сифаттары менән бер рәттән балалар һаулығына ла иғтибар бирелә. Мәҫәлән: "Сәләмәт тәндә - сәләмәт аҡыл", "Байлыҡ башы-һаулыҡ", "Һаулыҡ булһа, бөтәһе лә була ". Диалогтар төҙөү, тема буйынса шиғырҙар уҡыу, һүрәттәр менән эш үткәреү бик отошло.
Шулай уҡ тик спорт темаһына ҡараған дәрестәр ҙә бар. 7 класта Нәжиб Иҙелбайҙың "Беҙҙең катокта" шиғырын өйрәнгәндә, һаулыҡты йәштән һаҡлау һәм нығытыу тураһында әңгәмәнән башларға була. "Ҡышҡы уйында" сюжетлы һүрәте өҫтөндә эш, "Үткер күҙ" уйынын үткәреү бик ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ спортсмендар тураһында белешмә биреү ҙә отошло. Ошо уҡ ваҡытта уҡыусылар арыһындағы спортсмендарҙы асыҡларға була. Бынан һуң спорт уйындарын күп белеүсе рәт ярышы башлана. Ял минуттарында "Ә һеҙ спорт менән дуҫмы?&quo
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>