кәнен әйтеп китеү мөһим. Бүлмә гөлдәренең дә файҙалы яҡтары күп. Башҡорт халҡының быуындан-быуынға күсеп килгән дауалау рецептарын да оноторға ярамай. Халҡыбыҙ элек-электән ҡышҡылыҡҡа емеш-еләкте, төрлө үләндәрҙе киптереп әҙерләгән һәм киҙеү, башҡа төрлө ауырыуҙар ваҡытында оҫта файҙаланған. Балан, сейәле май, муйыллы ҡорот, ҡаҡ, тарттырылған муйыл, балан оно һәм башҡалар һәр ваҡыт ҡулланыла. Дәрестә төрлө таблицалар ҡулланыу отошло.
Музыка һәм башҡорт теле дәресендә башҡорт милли музыка уйын ҡоралдары тураһында һөйләшкәндә уларҙың һаулыҡҡа файҙаһы тураһында әйтергә була. Ҡумыҙ уйнау-тештәр өсөн яҡшы гимнастика, сөнки ул тештәрҙе нығыта, тын юлдарын киңәйтә, физик, психологик торошҡа тәьҫир итә: бармаҡтарҙа нервылар әүҙемләшә һәм һаулыҡҡа ҙур файҙа килтерә.
Башҡорт теле дәрестәрендә бармаҡ уйындарына ла иғтибар итәбеҙ. Бәләкәй саҡтан бармаҡтар хәрәкәтсән, һығылмалы, төҙ булып үҫергә тейеш. Бының өсөн боронғолар һәр саҡ уйын формаһында күнекмәләр үткәргәндәр, һәр бармаҡтың исемен әйткәндәр.
"Баш бармаҡ, һуп бармаҡ, уртам тирәк, сөмбөр сәмәк, кескенә бөгәк", - тиҙәр Әбйәлил районында.
"Баш бармаҡ бау ишә,
Имән бармаҡ имән киҫә,
Урта бармаҡ утын яра,
Атһыҙ бармаҡ ат ҡыуа,
Сәтәкәй бармаҡ сәй эсә",- тип тә әйтәләр.
"Башҡорт фольклоры" китабынан "Бутыр-бутыр бутҡа бешә", "Бесәй, бесәй", "Биш таш" уйындарын уйнарға була. Бармаҡтарҙы һаҡларға кәрәк, сөнки бөтә нервы ептәренең төйнәлеше уларҙа һанала.
Хәрәкәт-йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе ул. Уйындарҙа- хәрәкәт, хәрәкәттә-бәрәкәт. Ысынлап та балаларҙың һаулығы өсөн уйындар ҙа бик әһәмиәтле. Уйындарҙы дәрестә ҡулланғанда балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап айырып алып була. Бала уйындан арырға тейеш түгел,
Страницы: << < 4 | 5 | 6 | 7 > >>