t; тип аталған зарядка элементтары булған күнегеүҙәр яҡшы. Таҡтала хоккей уйнарға мөмкин, кем бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ төржемә итә, шул ҡапҡаға шайба индерә. Хоккей клубтары тураһындағы мәғлүмәт дәресте тулыландыра төшә. Дәресте һау- сәләмәт булыр өсөн спорт менән шөғөлләнеү кәрәк тип йомғаҡлап ҡуйырға була.
Аш-һыу темаһын үткәндә балаларҙың иғтибарын башҡорт милли аштарының һаулыҡ өсөн бик файҙалы булыуы тураһында әңгәмә ҡороуға йүнәлтергә була. Башҡорт халҡының милли ашамлыҡтары кеше организмының яҡшы эшмәкәрлеге өсөн бик кәрәкле сифаттарға эйә.
Ял минуттары тәжрибә күрһәтеүенсә, аң эшмәкәрлеген нығыта, арыуҙы кәметә, балаларҙың эмоционаллеген үҫтерә, уларҙың кәүҙәләренең дөрөҫ формалашыуына булышлыҡ итә. Бер үк шиғыр йә хәрәкәтте оҙаҡ ҡулланыу ялҡыта, шуға күрә уларҙы аҙна һайын алмаштырып торорға кәрәк. Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, дәрестең ҡатмарлылығына, эш төрҙәренә ҡарап, яңы санитар-гигиена талаптарына ярашлы ял минутын уҡытыусы үҙе һайлай. Улар контроль, практик һәм башҡа дәрестәрҙә үткәрелмәҫкә мөмкин. Был маҡсатта М. И. Баһауетдинованың "Күңелле минуттар" тигән китабын ҡулланырға була.
Дәрестәрҙә республика, ҡала гәзит- журналдарына күҙәтеү үткәреү файҙалы. "Аманат", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарында, "Йәшлек","Киске Өфө" гәзиттәрендә сыҡҡан насар ғәҙәттәргә ҡаршы мәҡәләләр тураһында "түңәрәк өҫтәлдәр" яҡшы һөҙөмтә бирә. Шулай уҡ эскелек, тәмәке тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, шиғырҙар ҡулланыла. Дәрестәрҙә балалар ауыҙ-тел ижадының үҙенсәлекле бер төрө-һанашмаҡтарға айырым иғтибар итеү кәрәк. Бер үк уйынды ҡабатлап уйнау уҡыусыларҙы ялыҡтырмай. И. Ғ. Ғәләүетдиновтың "Башҡорт халыҡ балалар уйындары" китабы дәрестәргә әҙерләнгәндә ярҙам итә.
Уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ тра
Страницы: << < 2 | 3 | 4 | 5 | 6 > >>