киреһенсә, уйнағандан һуң ул үҙендә көс, илһам, дәрт тойорға тейеш.
Таҙалыҡ- сәләмәтлелек нигеҙе. Бөтә нәмәне таҙа тотоу өсөн һыу кәрәк. Һыу тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Боронғолар һыу тураһында былай тип әйткән: Хушбуйҙың иң яҡшыһы- һыу. "Һәр ваҡыт һыу менән йыуынып, пакланып йөрө, һинән һәр ваҡыт тик тәбиғи еҫтәр генә сығып торһон", - тип өйрәткән боронғолар. Шулай уҡ мунса, уның файҙаһы тураһында уҡыусыларға мәғлүмәт бирелергә тейеш. Халыҡ медицинаһы буйынса мунсала бал, миндек ҡулланыу бик файҙалы. Сәсте алғас, утҡа яғырға, тырнаҡты иҙән егенә төшөрөргә кәрәк,- тип өйрәтә өләсәйҙәр.
Уҡыусыларҙың көн режимына, ашауына, йоҡоһона, физик тәрбиәһенә ҡағылған төп гигиена талаптарын белеүе һәм уларҙың үтәлеүе лә уҡыусы һаулығын һаҡлау һәм нығытыу эшендә төп шарт булып тора.
Әҙәбиәт
1. Ғәләүетдинов И. Ғ. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. -Өфө. :Китап,2000.
2. Башҡорт фольклоры. . -Өфө. :Китап, 2001.
3. Башҡортостан уҡытыусыһы, 1, 2012.
4. Муллағәлиева Л. Р. Дәрестәрҙә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарының үтәлеше. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2017, 6.
,
Страницы: << < 5 | 6 | 7