е - ул психик көсөргәнешлек. Көнсығыш илдәрендә мәҫәлән, Һиндостанда, Ҡытайҙа психик көсөргәнешлекте бөтөрөү юлдарын уйлап тапҡандар. Ул "медитация" тип атала. "Тара-бара" тигән "медитация башҡаларҙан ябайлығы менән айырылып тора. Кеше үҙ телендә булған, шулай уҡ булмаған да өндәр әйтергә тейеш. Ни тиклем күберәк өн әйтһәң, шул тиклем яҡшыраҡ икән. Ашыҡмай, һәр өндө дөрөҫ һәм асыҡ итеп әйтергә кәрәк, алфавитты ятлаған кеүек була инде. Ҡысҡырып йәки һуҙып, көйләп әйтһәң, бигерәк тә яҡшы. Ҡайһы бер илдәрҙә һуҙынҡы өндәрҙе көлөү формаһында башҡаралар:
ха-ха-ха, хо-хо-хо, хэ-хэ-хэ, хә-хә-хә. . .
Бындай медитацияның әһәмиәте нимәлә һуң? Баҡһаң, өндәр аңда барлыҡҡа килгән көсөргәнешлекте ҡыуып сығара икән. Иң мөһиме, ниндәйҙер бер өн алып сыға алғанды, икенсе өн алып сыға алмай. Мәҫәлән, а өнөн таҙарта алған көсөргәнешлекте ҙ өнө таҙарта алмай, ә ҙ өнөнә ө өнө хужа түгел һәм башҡалар. Йәғни, һәр өндөң үҙ таҙартыу көсө бар.
Беҙҙең алфавитта 42 хәреф - донъя телдәрендә булған бөтә өндәр ҙә бар. Башҡорт теле медитатив тел, шуға күрә был телдә һөйләшеү аңды психик көсөргәнешлектән таҙарта. Аң сәләмәт булғас, һаулыҡ та ныҡ була. Шулай итеп, башҡорт теле үҙе генә лә һаулыҡ өсөн бик кәрәкле. Тимәк, башҡорт теле донъялағы иң сәләмәт телдәрҙең береһе.
Һәр дәресте яҡшы елләтелгән, таҙа, төрлө санитар-гигиена талаптарына яуап бирерлек йыһазландырылған бүлмәләрҙә үткәреү һаулыҡ һаҡлау технологияһының мөһим бер талабы.
Дәресте яҡшы кәйеф менән башлау кәрәк.
Бер-беребеҙҙе сәләмләйбеҙ!
Йылмаябыҙ!
Ҡояшҡа ҡарайбыҙ!
Ҡояшты сәләмләйбеҙ!
Беҙгә рәхәт!
Мин таҙа! Мин һаумын!
Кәйефебеҙ шәп!
Уҡыусыларҙы шиғри юлдар менән сәләмләү , бергәләп шиғыр уҡыу дәрескә илһам бирә, уҡыусыларҙы шаулы тәнәфестән һуң ты
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>