ән. 2009 йылдың 9 ғинуарында уның тыуыуына 100 йыл булды.
6. "Туған тел" шиғыры өҫтөндә эш.
1. Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы.
2. Һүҙлек эше:
тере шишмә - живой родник
Намыҫ - честь
Хөрмәт итәм - уважаю
Хазина - богатство
Хурлай - оскорбляет, унижает
Ғәзиз - дорогой, милый
3. Шиғырҙы строфалап уҡыу, тәржемә итеү.
4. Шиғырҙан ҡылымдарҙы табыу, затын билдәләү.
(үҫкән - 3 зат, тыуҙым - 1 зат, аңлай - 3 зат, йәшәй - 3 зат)
IV. Йомғаҡлау. "Тел" темаһына синквейн төҙөү.
Синквейн тураһында белешмә биреү.
("Синквейн" француз теленән "биш юллыҡ шиғыр" тигәнде аңлата)
I. Тел. (Исем)
Матур, яғымлы. ( Күркәм, хөрмәтле) (2 сифат, аныҡлаусы)
Өйрәтә, белем бирә, аңлата. (3 ҡылым)
Тел - тере шишмә. (Теле барҙың - иле бар).
Хазина. (Тере шишмә)
Синквейн аша дәресте йомғаҡлау.
Туған тел аша беҙ аралашабыҙ, белем алабыҙ. Тел йәшәй икән, халыҡ та йәшәй. Телде өйрәнеү күп көс, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә.
V. Өйгә эш. (Уҡыусы үҙе һайлап ала)
1. "Туған тел" шиғырын тасуири уҡырға.
2. Өҙөгөн ятларға.
3. "Минең туған телем" тигән темаға мини текст төҙөргә.
Иҫкәрмә. Синквейнды яҙыу ҡағиҙәһе.
1. Беренсе юлда шиғырҙың темаһы бер һүҙ менән атала (Исем)
2. Икенсе юлда тема ике һүҙ менән тасуирлана (сифаттар)
3. Өсөнсө юлда бирелгән теманың сиктәрендә бик мөһим эш, хәрәкәт, хәл өс һүҙ менән тасуирлана (ҡылым, хәл ҡылым).
4. Дүртенсе юлда автор темаға булған мөнәсәбәтен дүрт һүҙҙән торған бер фраза менән белдерә.
5. Бишенсе юл теманы атаусы беренсе һүҙҙең ситуатив синонимы булған бер һүҙ.
4-се дәрес
Тема: Р. Ниғмәтуллин. Тырышлыҡ.
Маҡсат: шиғ
Страницы: << < 4 | 5 | 6 | 7 | 8 > >>