К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ. Башҡорт алфавиты

Страницы: <<  <  6 | 7 | 8 | 9 | 10  >  >>

Шулай итеп, тырыш кеше нимәләр эшләргә, ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Яуапты дәфтәргә яҙып ҡуйыу.
(Тырыш кеше - таҙалыҡ ярата, бөхтә була, ата-әсәһенә ярҙам итә (ярҙамсыл), яҡшылыҡҡа ынтыла, һәр эшен ваҡытында эшләй, тырышып уҡый һ. б).
7. - Шиғырҙан ҡылымдарҙы табығыҙ, затын билдәләгеҙ (телдән).
(Тораһың, йыяһың, яһайһың, йыяһың, эшләйһең, аңлайһың, үтәйһең, алаһың - 2 зат, һин)
8. Ял минуты. "Аҙашҡан мәҡәлдәр"
Уҡыусыларға мәҡәлдәр таратып бирелә. Мәҡәлдәрҙең йә башы, йә аҙағы яҙылған, уларҙы бутап таратырға.
. . . уң булыр

Күп һөйләү . . .
. . . . аҙ уйлауҙан килә
Уңғандың ике ҡулы ла . . .


Иң татлы емеш - . . .

. . . хеҙмәт емеше

Тырышҡан табыр . . . .

. . . ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр

Хеҙмәтенә күрә . . .

. . . хөрмәте

9. 30-сы күнегеү. Һөйләмдәр төҙөү. 3-4 һөйләмде дәфтәргә яҙыу.
Йыйыштыра ҡылымын телдән затта үҙгәртеү.

I зат
Берлек һан (-м, ым/-ем)
Күплек һан (-быҙ/-беҙ)

II зат
Берлек һан (-һың/-һең)
Күплек һан (-һығыҙ/-һегеҙ)
III зат
Берлек һан (-а, -й)
Күплек һан (-лар/-ләр,
-ҙар/-ҙәр)
Мин
Беҙ
Һин
Һеҙ
Ул
Улар
IV. Йомғаҡлау.
- Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек?
- Тырыш кеше ниндәй була?
Һеҙ ҙә шул сифаттарҙы үҙегеҙҙә булдырырға тырышырһығыҙ, тип уйлайым. Тырышҡанда күп нәмәләргә өлгәшергә була. Юҡҡа ғына халыҡ "Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр" тимәгән. (Вода камень точит)
V. Өйгә эш.
1. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға. 12-се бит 22-се күнегеү (шиғырҙы тасуири уҡырға)
2. "Мин тырыш уҡыусы" темаһына 5 һөйләм төҙөп яҙырға.




5-се дәрес
Тема: Б. Рафиҡов. "Илем, Башҡортостаным&qu

Страницы: <<  <  6 | 7 | 8 | 9 | 10  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: