К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ. Башҡорт алфавиты

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5 | 6 | 7  >  >>

> И

А
Т
Е
Л
А
Л
М
П
Ә
А
К
1. Юҡ теле, юҡ күҙе,2. Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым
Һөйләй, өйрәтә үҙе. (Еләк)
Телгә унан оҫта юҡ,
Унан яҡын дуҫ та юҡ. (Китап)
3. Ҡыҙарып беште, ергә төштө. (Алма).
2. - Эйе, бөгөн беҙ дәрестә тел тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Инеш әңгәмә.
Һәр кешенең үҙенең туған теле була. Был телдә ул уйлай, һөйләшә, аралаша. Ер йөҙөндә бик күп халыҡтар булған кеүек телдәр ҙә бик күп. Мәҫәлән, урыҫтарҙың туған теле - ул урыҫ теле, башҡорттарҙың - башҡорт теле, ҡырғыҙ халыҡтарының - ҡырғыҙ теле.
oo Тел тураһында ниндәй мәҡәлдәр, әйтемдәр беләһегеҙ?
(Язык до Киева доведет. Язык острее сабли.
Тел асҡысы - халыҡта.
Ғилем - ҡош, аҡыл - ҡанат.
Теле юҡтың иле юҡ, иле юҡтың көнө юҡ.
Теле барҙың иле бар, теле барҙың көнө бар. )
3. Һорауҙарға яуап биреү.
- Һеҙ ниндәй телдәр беләһегеҙ?
- Күп тел белеүҙең ниндәй әһәмиәте бар?
(хәтерҙе үҫтерә, белем алабыҙ, белем дәрәжәһе (кругозор) киңәйә)
- Телде өйрәнеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
(уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)
4. 9-сы бит 14-се күнегеүҙе уҡыу (авторы Е. Чернявский)
Һығымта яһау: Телде өйрәнеү өсөн - көн һайын системалы рәүештә уҡырға, тырыш, ныҡышмалы булырға.
5. Б. Бикбайҙың "Туған тел" шиғыры менән танышыу.

Б. Бикбай тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү.
Б. Бикбай - шағир, яҙыусы, драматург. С. Юлаев премияһы лауреаты. Ул 1909 йылдың 9 ғинуарында Көйөргәҙе районы Ҡалтай ауылында тыуған. Билдәле әҫәрҙәре: "Аҡсәскә", "Ҡарлуғас", "Ҡаһым түрә", "Салауат" һ. б.
А. М. Горькийҙың "Мои университеты", И. С. Тургеневтың "Накануне" әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итк

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5 | 6 | 7  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: