К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ. Башҡорт алфавиты

Страницы: <<  <  9 | 10 | 11

тыуған көнө ҡасан? (11 октябрь 1990 йыл)
7. Төркөмдәр менән эш.
1-се төркөм
2-се төркөм
3-сө төркөм
Текстҡа план төҙөргә
Текстан синонимдар-
ҙы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙе
табырға
1-се абзацтан ҡылымдарҙы табып, затын, заманын билдәләргә.
1. Далала ҡамғаҡ тигән үлән осрай.
2. Ватаным - Башҡортостан
3. Беҙҙең тарихыбыҙ.
4. Башҡортостанды ярат.
Синонимдар:
Башҡортостан
Ватан
Тыуған ил
Урал
Осрай - 3 зат, хәҙерге заман.
Тәгәрләй - 3 зат, хәҙерге заман.
Ята - 3 зат, хәҙерге заман.
Йөрөр - 3 зат, киләсәк заман.
8. Төркөмдәрҙең эштәрен тикшереү.
9. Башҡортостан һүҙенән яңы һүҙҙәр төҙөү.
Кем күберәк һүҙ төҙөр?
IV. Йомғаҡлау.
- Беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек?
- Башҡортостан тураһында нимәләр белдегеҙ?
V. Өйгә эш.
1. 17-18-се биттәр 35-се күнегеү тексты уҡырға. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.
2. Текст буйынса 3 һорау төҙөргә.
Уҡыусыларҙы баһалау өсөн тест һорауҙары.
1. Кем ул Б. Рафиҡов?
а) бейеүсе; б) яҙыусы; в) табип
2. Б. Рафиҡов ҡайҙа тыуған?
а) Мәләүез районында; б) Өфө районында; в) Дәүләкән районында.
3. Б. Рафиҡов Тыуған илен яратмаған кешене нимә менән сағыштыра?
а) ҡамғаҡ; б) кесерткән; в) мәтрүшкә.
4. Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө ҡасан?
а) 12 июнь; б) 11 октябрь; в) 24 декабрь.
5. Тамырҙар һүҙенең тәржемәһен әйтегеҙ.
а) Родина; б) трава; в) корни.
(0 хата - "5", 1 хата - "4", 2 хата - "3", 3 һәм унан күберәк - "2")













Страницы: <<  <  9 | 10 | 11
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: