ырҙың йөкмәткеһе менән танышыу, тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү,
Йыһаз: дәреслек, көн режимын сағылдырған һүрәттәр, мәҡәлдәр яҙылған карточкалар, ҡылымдарҙың затта үҙгәреүен күрһәткән таблица (слайдтар)
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башланып китте дәрес,
Беҙ матур ултырабыҙ.
"4"-ле, "5"-ле билдәләрен
Көн һайын арттырабыҙ.
II. Өй эшен тикшереү.
1. Шиғырҙы тасуири уҡыу.
2. Өҙөгөн ятлау
3. "Минең туған телем" тигән темаға мини тексты уҡыу.
(Бер нисә уҡыусының шиғыр ятлауын тыңлау, мини-текстарын тыңлап, баһалар ҡуйыу)
III. Яңы тема буйынса эш.
1. Инеш әңгәмә.
- Көн һайын һин сәғәт нисәлә тораһың?
- Торғас, нимәләр эшләйһең? (Урынымды йыйыштырам, йыуынам, тешемде таҙартам, иртәнге аш ашайым да мәктәпкә китәм).
(Көн режимын сағылдырған һүрәттәрҙе ҡулланырға мөмкин)
- Һеҙҙең төп эшегеҙ - ул нимә?
- Һеҙҙе тырыш кеше тип әйтеп буламы? (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)
- Р. Ниғмәтуллин ниндәй кешене тырыш тип әйтә икән, быны белер өсөн, әйҙәгеҙ, уның "Тырышлыҡ" тип аталған шиғыры менән танышайыҡ.
2. Шиғырҙы уҡытыусы тасуири уҡый (Уҡыр алдынан уҡыусыларға был шиғырҙан таныш булған (йәки таныш булмаған) һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе табырға ҡушыла).
3. Таныш һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе табыу (иртә тора, урынын йыя, зарядка яһай, битен йыуа, атай, әсәй, эш, өйҙәге эштәр, яҡшы, насар, эшләйһең, "бишле" алаһың)
4. Һүҙлек эше: тырыш - прилежный, старательный
Тырышлыҡ - прилежание, старательность, старание
Ашыға - торопится
Аңлай - понимает
Фашлай - разоблачать, изобличать
Үтәй - выполняет
5. Шиғырҙы уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.
6. Шиғырҙы 1-әр куплетлап уҡыу һәм һорауҙарға яуаптар биреү:
-
Страницы: << < 5 | 6 | 7 | 8 | 9 > >>