К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ. Башҡорт алфавиты

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4 | 5  >  >>

br/>Йыһазландырыу: мәктәп тормошон сағылдырған һүрәттәр (слайдтар).

Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле.
Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.
Һары япраҡтарын елпеп,
Сентябрь килде беҙгә.
Эй шатлана балалар,
Шатланып алтын көҙгә.
(Ф. Рәхимғолова).
- Шиғырҙы хор менән уҡыу, таныш һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе табыу
(һары япраҡтар, балалар, шатлана, сентябрь килде, алтын көҙ)
- Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә?
- Улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
- Ҡылымдарҙың затын билдәләү (килде - 3 зат, йылмая - 3 зат)
- Ҡылымдарҙы 1,2-се затта үҙгәртеү.
Мин киләм Беҙ киләбеҙ
Һин киләһеңҺеҙ киләһегеҙ
Ул килә Улар киләләр
II. Өй эшен тикшереү.
8-се бит "Мәктәпкә барабыҙ" шиғырын тасуири уҡыу.
Һүҙлек тикшереү. Уҡытыусы русса әйтә, балалар башҡортса тәржемәһен әйтәләр. Мало, соскучились, торопится, соскучились по школе, гордый, лицо.
III. Төп өлөш.
1. "Мәктәп", "Уҡыу әсбаптары" темаларын ҡабатлау. Һөйләмдәр төҙөү.
2. Дәреслек менән эш.
6-сы биттәге "Хәтерҙә ҡалдырығыҙ" таблицаһы менән эш. Бирелгән һүҙҙәрҙе хор менән уҡыу.
Һүҙлек эше:
әҙерлек - готовность, подготовка
әҙерлекле - подготовленный
шаҡмаҡ дәфтәр - тетрадь в клетку
буй дәфтәр - тетрадь в линейку
ҡуйын дәфтәре - записная книжка
яуап биреү - отвечать
3. 5-се бит 6-сы күнегеүҙе дәфтәрҙә яҙып эшләү
("Мәктәп" темаһына ҡараған һүҙбәйләнештәрҙе һайлап күсереп яҙыу, тәржемә итеү).
4. Мәктәп тормошон сағылдырған һүрәттәрҙе ҡулланып текст төҙөү, дәфтәргә яҙыу)
(Беренсе сентябрь - Белем көнө. Ул беҙҙең илдә иң тантаналы көн. Был көндө мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылы башлана. Шат йөҙлө уҡыусылар мәктәпкә ашыға. Улар ҡулдарына сә

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4 | 5  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: