, авторы Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов. Тәҡдим ителгән тестарҙы дәрестең төрлө этабында эшләтергә мөмкин.
Ә бына Булат Хәләф улы Юнысбаев тәҡдим иткән технологияның асылы - махсус дәрес ваҡытында бойомға ашырылыусы "Үҫеш" дәресе (Рефлексивно-оценочная саморазвивающая технология, компьютер варианты). Уның төп маҡсаты - баланың шәхесен үҫтереү,
үҙеңде дөрөҫ баһалай белеүҙе үҫтереү;
үҙеңде үҙең тикшереү һәм үҙеңде үҙең төҙәтеү;
үҙ эшеңде дөрөҫ йомғаҡлай белеүгә өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың контроль эшенә баһа биреү өсөн сәғәттәр буйына дәфтәр тикшереп ултырырға кәрәкмәй, ә компьютер үҙе тикшерә, хатаһын таба, төҙәтә һәм баһа бирә, уҡыусыларҙың уҡыу һөҙөмтәһенә статистик анализ яһай. Был технологияла уҡытыусы өсөн дә, бала өсөн дә иң мөһиме - үҙләштергән белемгә баһаның объектив булыуы, һөҙөмтәлә уҡытыусы менән уҡыусы араһында низағ булмауы. Ә был бигерәк тә әһәмиәтле.
Балаларға дәрестәрҙә компьютер ҡулланыуҙан бигерәк ноутбук менән эшләү ныҡ оҡшай. Бында ла тестар файҙаланылған. Был программа менән үҙ аллы шөғөлләнгәндә, уҡыусы үҙенең яуаптарындағы хаталарҙы үҙе күреп, үҙе төҙәтергә өйрәнә.
Белем биреү сифатын тикшергәндә ҡуйылған баһалар төп күрһәткес булып торалар. Традицион белем биреү системаһында уҡыусыларҙың эшен тик уҡытыусы ғына баһалай ине, ә хәҙер дәрестәрҙә уҡыусылар ҙа был эштән ситтә ҡалмай. Үҙ - үҙеңә баһа, иптәштәреңдең баһаһы булғанда, уҡыусы баһаны алыу еңел эш түгел икәнен, уның өсөн тырышырға кәрәклеген аңлай. Уҡытыусының уҡыусыла "бөгөн мин яҡшы эшләнем, киләсәктә мин тағы ла яҡшыраҡ уҡый алам" тигән ышаныс уята алыуы мөһим. Уҡыусы бала иптәштәренең яуабын баһалағанда ла ни өсөн баһаны түбән йәки юғары ҡуйылышын да аңлата алырға тейеш. Үҙеңдең белемеңде баһалау, рефлексия шулай итеп белем алыуға ҙур эт
Страницы: << < 3 | 4 | 5 | 6 > >>