ллы эштәрҙе үтәүен билдәләүгә ярҙам итә.
Телдән биргән яуаптарға үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарын индерергә була.
Уҡыусының яуабын баһалағанда, түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә мөмкин:
1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;
3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау беренсенән, класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ. б. төҙөү.
Икенсенән, башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә.
Өсөнсөнән,уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә һәм баһалана. Яҙма эштәр, контроль эштәр уҡтыусы тарафынан тикшерелә, баһа ҡуйыла ,эштәр анализ яһала.
Уҡыусыларҙың өйгә эштәрен тикшереп ҡуйылған баһалар ҙа белемд
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>