ең сифатын күтәреү өсөн бик һөҙөмтәле. Бында әлбиттә, дневник. ру сайтына инеп уҡыусыларға көндәлек баһаларҙы ваҡытында ҡуйыу ҙа ярҙамға килә. Был сайттың педагогик үҫеш өсөн мөмкинлектәре күп, уларҙы һәр уҡытыусы өйрәнергә һәм үҙ эшендә ҡулланырға бурыслы.
Уҡыусыларҙың белемен заманса алымдар менән баһалауға күсеп киттек. Һәм уларҙың береһе ул- программаланған контроль (альтернатив мөмкинлек, йәки викторина һорауҙары) Уҡыусыға һорауҙар бирелә, һәр һорауға 4-5 яуап. Һорауҙар айырым ҡағыҙҙарҙа таратыла, йәки компьютер ярҙамында башҡарыла.
Икенсе, ул белемдең үҙләштерелеү кимәлен баһалаусы рейтинг системаһы. Рейтинг- ул күрһәткестәр шкалаһы. Был шкаланы билдәләү өсөн тестар файҙаланыла. Рейтинг системаһы уҡыусының белем кимәлен генә түгел, уның айырым предметты өйрәнеүгә ҡарата әүҙемлеген дә күрһәтә ала.
Тестар үткәреү ҙә ҙур яуаплылыҡ талап итә. Улар класҡа тәҡдим итерҙән алда әҙерләнергә,тикшерелергә тейеш. Яуаптарға статистик мәғлүмәт бирелә. Тест һорауҙары күберәк булған һайын, баһа ла обьектив була. Был эш төрө ныҡлы әҙерле талап итә. Зачет, имтихан, дәрестәр өсөн эш тестары була.
Талаптар:
1. Тестар ябыҡ булырға тейешле, әҙер яуаптар менән
2. Ҡыҫҡа яҙылған,бер юлға һыйҙырышлы
3. Яуаптарҙың варанттары 4-6 булырға мөмкин.
Яңы Федераль дәүләт стандарттары шәхес тәрбиәләүҙе алғы планғ а ҡуя, уҡыусыларҙың үҙ эшмәкәрлеген ойоштороуға төп иғтибарҙы йүнәлтә һәм шуға ярашлы уларҙың предмет компетенцияһын нисек үҙләштерелеүен контролләү бурысын да ҡуя.
Контроль - баһалау материалдарының структураһы БДИ материалдары форматына яраҡлы тәртиптә бирелгән, йәғни тестар А,В,С өлөштәренән тора, ул уҡыусыларға Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнгәндә ярҙам итәсәк. Был 6 - сы класс өсөн әҙәбиәт курсы буйынса тестар йыйынтығы миҫалында күренә
Страницы: << < 2 | 3 | 4 | 5 | 6 > >>