Эффективные методы оценивания знаний учащихся

Страницы: <<  <  4 | 5 | 6

әргес булып тора. Уҡыусыны баһалағанда, уҡытыусы баһаһы һәм үҙ баһаны ла иҫәпкә алырға мөмкин. Йәки баһа һөйләшеп ҡуйыла. Бында баһа юғарыраҡ ҡуйылһа, тимәк,уҡыусы үҙенә яҡшы уҡырға тигән йөкләмә ала, ул уны үтәргә тырышасаҡ. Төркөмдәр менән эшләгәндә, улар бер-береһен баһалай. Был алым коллективты туплай, уҡыусылар бер-береһен ишетергә өйрәнәләр, дөйөм эш өсөн берләшәләр.
Һәр дәрестә уҡытыусы уҡыусы эшенә анализ яһай һәм баһалай. Дәрес ваҡытында кемде, ҡасан, нисә уҡыусыны, ниндәй һорау буйынса һорарға икәнлеге алдан билдәләнеү мөһим. Әлбиттә, дәрестәрҙә беҙ традицион "5","4","3","2" баһаларын ҡулланабыҙ, һәр баһаға комментарий өҫтәлә, сөнки төрлө осраҡтар була. Әммә был баһалар уҡыусыларҙа кире мотивация, дискомфорт тыуҙыра, уҡыусыларҙың үҙбаһаһын үҫтермәй,тип иҫәпләй белгестәр. Тимәк, киләсәктә лә мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың белем кимәлен баһалау системаһы артабан да өйрәнеләсәк һәм үҫәсәк.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Юлмөхәмәтов М. Б. Контроль- баһалау материалдары. Башҡорт әҙәбиәте:Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6 - сы класы өсөн/ М. Б. Юлмөхәмәтов. - Өфө:Китап,2014. -136 бит.
Йәшлек газетаһы" Мәғарифҡа - яңы технологиялар "Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА 16 июнь, 2009й.




Страницы: <<  <  4 | 5 | 6
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: