ү (ҡулланылған алымдарҙың уңышлы йәки уңышһыҙ икәнлеген билдәләү, уҡытыу кимәлен күтәреү, үҙгәрештәр индереү һ/б. өсөн);
Уҡыусы өсөн:
белем алыуҙың уңышлы йәки уңышһыҙ осраҡтарын дәлилләү;
үҙеңдең белемеңде арттырыу йәһәтенән ҡайһы йүнәлештә нығыраҡ эшләргә икәнен асыҡлау.
Шулай уҡ башҡорт телен уҡытыу барышында контролдең түбәндәге функциялары билдәләнә:
1. Диагностик
2. Өйрәтеү
3. Етәкселек итеү
4. Коррекция
5. Стимул биреү
6. Баһалау
Тикшереүгә талаптар.
1. Ғәҙеллек
2. Даимилыҡ
3. Дифференциялы характерҙа
4. Тикшереү материалындағы биремдәр һәм аңлатмалар уҡыусыға аңлайышлы, асыҡ булыуы мөһим
Контроль төрҙәре.
1. Алдан тикшереү (предварительный контроль) - уҡыусыларҙың телде өйрәнә башлауына тиклемге белем кимәлен, индивидуаль-психологик сифатын тикшереү;
2. Ғәҙәти, ағымдағы тикшереү (текущий контроль) - телде үҙләштереү күләмен, билдәле бер бүлекте үҙләштереү кимәлен, уҡыусыларҙың үҫешен, тел үҙләштереүҙәге уңыштарын билдәләү; кәмселектәрҙе бөтөрөү юлдарын күрһәтеү;
3. Аралыҡтағы тикшереү (промежуточный контроль) - теге йәки был теманы өйрәнеп бөткәс үткәрелә;
4. Йомғаҡлау (итоговый контроль) - ғәҙәттә уҡыу йылы аҙағында йәки семестр аҙағында күләме яғынан ҙур материалды үҙләштереү кимәлен тикшереү; коммуникатив компетенцияны тикшереү.
Тикшереү формалары. Индивидуаль, фронталь, төркөм менән эшләү, парлап эшләү. Тикшереү формалары телдән йәки яҙма рәүештә булырға мөмкин.
Ә хәҙер уҡыусыларҙың белемдәрен, белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалауҙың традицион алымдарына күсәйек. Уҡыусыларҙың белеменә көндәлек күҙәтеү һөҙөмтәһендә ҡуйылған баһалар уҡытыусыға балаларҙың дәрестә әүҙемлеген, материалды нисек ҡабул итеүҙәрен, хәтерҙә ҡалдырыуҙарын, үҙа
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>