Туған телем-наҙлы гөлөм

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Туған телем-наҙлы гөлөм
(Мәҡәлә)
Мин башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға яратам. "Урал","Сибай"," Сәлимәкәй", "Буранбай". . . Ул йырҙарға халыҡтың бөтә хәсрәте,шатлығы һыйғандыр кеүек миңә. Ата - бабаларым үтеп сыҡҡыһыҙ ҡара урмандарҙы иңләп, йәйрәп ятҡан далаларҙа йәйләп, ир- егеттәре ҡумыҙ - ҡурай моңдарын яңғыратып, ҡатын-ҡыҙҙары талир тәңкәләрен сыңлатып, үҙенең ғүмерлек төйәге - уралып ятҡан Уралында көн иткән. Был йырҙар миңә сабый баланы иҙерәтеп йоҡлатырлыҡ яғымлы сәңгелдәк йырҙарын, сит ерҙәрҙә зар- интизар булып ғүмер иткән Ғилмиязаларҙың, бәхетһеҙ яҙмышынан ҡанлы йәштәр түккән Зөлхизәләрҙең һағышлы йөрәк моңдарын, Тәфтиләүгә ҡарата таштарға соҡоп яҙған ҡарғыш һүҙҙәрен, Уралды, батырҙарҙы, яҡшылыҡты һәм ғәҙеллекте данлаған ҡобайырҙарын, мәҡәл- әйтемдәрен, әкиәт һәм риүәйәттәрен, эпос һәм дастандарын быуаттан -быуатҡа, быуындан - быуынға өҙөлмәҫ бер рухи сылбыр итеп тапшырған.
Йырҙар туған телемдең бөтә байлығын,башҡорт һүҙҙәренең матурлығын һаҡлай кеүек миңә. Һәр тел һүҙҙәрҙән тора. Был турала бөйөк урыҫ яҙыусыһы Лев Толстой былай тигән: "Һүҙ- бөйөк нәмә ул. Бөйөк, сөнки һүҙ менән кешеләрҙе берләштерергә лә, айырырға ла мөмкин. "
Башҡорт халыҡ йырҙары араһында тыңлап туймаҫлыҡ йырҙар, көйҙәр бихисап. Йыр ауыр саҡта тынысландыра, шатлыҡ, хистәр ташып барғанда уларҙы тағын да көсәйтә ала. Һуғышҡа, армияға киткәндә, эш эшләгәндә, ял иткәндә йырҙар йырлағандар. Был йырҙарҙа туған ил, туғандар менән айырылышыу һағышы, йәшлек хыялдары, өмөт һәм өмөтһөҙлөк бергә ҡушылған. Туған телебеҙ, йырҙарыбыҙ булмаһа, беҙ үткәндәр моңон, халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ бай ауыҙ - тел ижадын белмәҫ тә инек, моғайын.
"Ай, былбылым. . . " йырын белмәгән кеше юҡтыр. Һәр кем үҙенсә яҡын итеп был йырҙы аңлай һ

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: