Туған телем-наҙлы гөлөм

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4

һәм Рәсәй телдәренә янай. Был дәүләттәрҙә балаларҙың 80 ата-бабаларының телен белмәй икән.
Туған тел - донъяны танып белеү, өйрәнеү өсөн тылсымлы алтын асҡыс, мөғжизәле аҫыл ҡорал- аралашыу, аңлашыу ҡоралы ул. Туған телебеҙҙең нәфислеген һаҡлау өсөн, моғайын, иң элек уның үҙенсәлекле, гәлсәр шикелле ыуалырға тороуын аңларға, маңлай күҙе менән түгел, күңел күҙе менән күрә белергә кәрәктер. Шунһыҙ уның башҡа телдәрҙән айырмаһын да, байлығын да аңлап булмай.
Тел - халыҡ күңеленең ҡыңғырауы. Ә ҡыңғырау ҡағылмаһаң сыңламай. Ә телдең бөтә нескәлектәрен белеү өсөн уны һәр көн ҡулланыу кәрәк. Насар һүҙҙәрҙән, урыҫ теле менән бутап һөйләүҙән ҡотолоп, йырлы - бейеүле, көйлө - моңло, йәнгә яғымлы телдә һөйләшергә ине. Телдең матурлығы, һығылмалығы, моңлолоғо композиторҙар, шағирҙар, яҙыусылар өсөн генә түгел, ул барыбыҙ өсөн дә кәрәк. Матур итеп һөйләшә белгән кеше матур итеп уйлай белә, матур итеп уйлай белгән кеше матур эштәргә ынтыла. Үҙ телебеҙҙе үҙебеҙ наҙлы гөлдәй үҫтерәйек, һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, милләттәштәр!






Страницы: <<  <  2 | 3 | 4
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: