рын һибеүсе иң яҡын кешеләребеҙ шул беҙҙең.
Баланың беренсе көндәренән үк йыя башлаған төп байлығы - туған тел. Башҡорт балаһының башҡорт телендә һөйләшеүе - ул һауала аҡ болоттар йөҙөүе, талғын елдә япраҡтар шыбырлашыуы, ҡоштар һайрауы кеүек тәбиғи, саф һәм матур бер күренеш булһа, һөйләшә алмауы - ауыр күренеш, кәмселектер. Үҙ телеңде белмәү, уны һанға һуҡмау- ул кәмселек кенә лә түгел. Күҙ алдына килтерәйек: үҙенең туған телен белмәгән кеше Мостай Кәрим, Ноғман Мусин әҫәрҙәрен, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров шиғырҙарын башҡорт телендә уҡыуҙан мәхрүм. Зәйнәп Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина кеүек яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре ҡабат-ҡабат уҡырлыҡ, тел байлығына һоҡланып туймаҫлыҡ бит. Зәйнәп Биишева телдең ҡәҙерен белеүҙе, телебеҙҙең байлығын һаҡлауҙы һәр беребеҙҙең изге бурысы тип һананы.
Ғалимдар хәҙерге ваҡытта донъяла яҡынса 6800 тел бар, тип иҫәпләй. Иң ауыр телдәр араһына Миннесота штаты индеецтары теле инә. Иң еңел тел - гавай теле. Унда бары тик 6 тартынҡы,5 һуҙынҡы бар икән. Иң әҙәпле тел- Гренландиялағы эскимос- инуит теле. Унда һүгенеү һүҙҙәре түгел, үпкәләтерлек һүҙҙәр ҙә юҡ икән. Инглиздәр туған телдәрен 8 йыл өйрәнә, испандар-бары тик 2-3 йыл. Иң ауыры япондарға - урта мәктәпте бөткәс тә телде өйрәнеүҙәрен дауам итәләр.
" Башҡорт балаһы мин. Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар "
Рауил Бикбаев яҙған ошо шиғри юлдарҙы уҡығас, күңелде ғорурлыҡ тойғоһо солғап ала, киләсәккә ышаныс уяна. Сөнки һуңғы йылдарҙа айырым телдәрҙең юғалыу алдында тороуы йөрәккә шом һала. Юнеско мәғлүмәттәре буйынса, 100 мең һөйләшкән телдең генә быуындан быуынға күсеү ихтималы бар. Киләсәктә телдәрҙең яртыһы юҡҡа сығырға мөмкин тип фараз ителә. Иң ҙур ҡурҡыныс Америка, Канада, Австралия
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>