әм ярата.
"Ай, былбылым, вай былбылым,
Ағиҙелдең ҡамышы. . . "-тип йырлана йырҙа.
Күҙ алдымда томанға төрөлгән йәйге таң, тәрән һыулы тыныс йылға, оҙон ҡамыштарҙы күргәндәй булам. Иртәнге таң елдәрен уятырлыҡ итеп һандуғас һайрауы ишетәм. Һандуғас икенсе төрлө былбыл. Былбыл һүҙе төрлө халыҡтарҙа осрай икән шул. Хатта урыҫтар ҙа урман ҡоштарының бер төрөн ошо һүҙгә оҡшатып йырлай икән.
"Таңдар ата,өҙөлә үҙәк,
Илата ла, йырлата. . . ".
Күңелде һағыш уратып ала. Йырҙы сығарған кеше нимә тураһында уйлана икән? Хәйер, был мөһим түгел. Минеңсә, йырҙы тыңлаған һәр кем был йырға барыбер үҙенең һүҙҙәрен, уйҙарын, көйөн ҡуша.
-Ә-ә-й, күршеләрҙә ҡунаҡ бар икән. Һауғынамыһығыҙ! Иҫән-һау ғына килеп еттегеҙме? Э-й-й, ҡыҙым, ҡайһылай матур булып үҫеп киткәнһең үҙебеҙҙең яҡҡа оҡшап! Күрмәй ҙә торам. Ата- инәле генә була күр, ҡыҙым, йөрөгән юлдарың аҡ булһын! Һай- һай, һуйғанда ҡаплаған, ҡайһылай үҙебеҙҙең Нәсимәнең (минең оләсәйем) йәш сағына оҡшап тора һуң ул әле! Китсе -китсе, күҙ теймәһен!- тип теҙеп китә ауылда оләсәйемдең күршеһе Фәүзиә инәй.
-Әйҙә, әйҙә, күршекәйем, түрҙән уҙ! Ауыҙыңа бал да май! Күстәнәстән ауыҙ ит, әле генә килеп төштөләр балаҡайҙарым юлдан, һау ғына булһындар инде, - тип яуап бирә оләсәйем.
Ике оло кешенең үҙ - ара һөйләшеүен тыңлап, туған телебеҙҙең байлығына, ололарҙың аралашыу мәҙәниәтенә таң ҡалам, ә күңелем был матур һүҙҙәрҙән бөтөнләй иреп, йылынып китә. Халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтенең иң матур биҙәктәре - туған телебеҙҙең йөҙөк ҡашындай балҡыған мәҡәлдәре һәм әйтемдәре ниндәй фәһемле! Бөгөнгө заманда ниндәй генә закондар сыҡһа ла, иң отошлоһо - шәхси өлгө. Минеңсә, тәрбиә нигеҙендә ул нигеҙ ташы. Әсәй кеше бында иң беренсе урында тора. Әсәй, оләсәй, ҡартәсәйҙәр, инәйҙәр телгә һөйөү орлоҡта
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>