бик үк төҙөк, телмәре тасуири түгел. Эш йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре буйынса 5 хата булыуы мөмкин.
4 орфографик һәм 4 пунктуацион, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион, йәки 7 пунктуацион, шулай 4 грамматик хата булыуы мөмкин.
"2"
1. Эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй. 4. Эштең һүҙлеге бик ярлы. Ул бер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән яҙылған, һөйләмдәр араһында бәйләнеш бик йомшаҡ, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар бик күп. 5. Текстың стиль берҙәмлеге боҙолған. Дөйөм алғанда эштең йөкмәткеһендә - 8, телмәрендә 7 хата ебәрелгән.
7/7, 6/8, 5/9, 8/8 нисбәтендәге орфографик һәм пунктуацион, шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин.
Уҡыусының үҙаллығы, инша фекеренең оригиналлеге, композицион һәм телмәр төҙөлөшө эште баһалағанда иҫәпкә алына. Оригиналь фекерҙең булыуы инша өсөн баһаны бер балға күтәрергә мөмкинлек бирә.
Башҡа күрһәткестәре буйынса ярайһы уҡ юғары булған инша, әгәр темаһы асылмаған булһа, ыңғай баһалана алмай. Инша һәм изложениеларҙа осраған бер типтағы хаталар, шулай уҡ төҙәтеүҙәр диктанттарға булған күрһәтмәләргә таянып баһалана.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған
һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
oo башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
oo ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);
oo тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
oo дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
oo бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;
oo һ
Страницы: << < 19 | 20 | 21 | 22 | 23 > >>