Рабочая программа учебного предмета «Башкирский язык» для 8 класса

Страницы: <<  <  21 | 22 | 23

иткәндә башта либретто яҙалар. Либреттоға нигеҙләнеп, композитор көй ижад итә. Балетмейстер бейеүҙе көйгә һала. Балет артистары уларҙың хеҙмәтен тамашасыға еткерә. Бына шулай балет спектакле тыуа.
Башҡортостанда тәүге балет 1954 йылда ижад ителә. Шунан һуң бер-бер артлы балет спектаклдәре ҡуйыла башлай.
3. Сирек
Яҙ килә.
Яҙ килеүен иң тәүҙә ҡоштар һиҙенә. Сәүкәләр, турғайҙар оя эҙләп оса, йылы яҡтан ҡара ҡарғалар ҡайта. Ә ҡыҙылтүш турғайҙар, киреһенсә, төньяҡҡа, һалҡын тайга урмандарына күсә.
Марттың икенсе яртыһында ағас ботаҡтарында бөрө тулыша башлай.
Йылға, күлдәрҙә балыҡтар уяна. Урмандағы йәнлектәр тиреләрен алмаштыра. Был осорҙа һунар итергә ярамай.
Март аҙағында ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып төшә.
Был айҙы бөтә тереклек ауыр кисерә. Йәнлектәр, ҡоштар асыға. Шуға күрә ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк.






Страницы: <<  <  21 | 22 | 23
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: