Рабочая программа учебного предмета «Башкирский язык» для 8 класса

Страницы: <<  <  18 | 19 | 20 | 21 | 22  >  >>

лар алдан ныҡлы әҙерлек менән үткәрелә. Изложение һәм иншалар ярҙамында уҡыусыларҙың йөкмәткене аса, кәрәкле тел сараларын темаға ярашлы һайлай һәм, шулай уҡ, уларҙың грамматик нормаларҙы һаҡлап, орфографик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү һәләтлеге тикшерелә. Шуға күрә изложение һәм инша ике билдә менән баһалана. (Башланғыс кластарҙа изложение һәм иншаларға бер генә билдә ҡуйыла). Билдәләрҙең тәүгеһе - эштең йөкмәткеһе һәм теле өсөн ҡуйылһа, икенсеһе грамоталылыҡ кимәлен билдәләй.
Эштәрҙе баһалауҙың төп критерийҙары

Билдә
Йөкмәтке һәм телмәр
Грамоталылыҡ
"5"
1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә. 2. Фактик хаталар юҡ. 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле яҙылған. 4. Эштең һүҙлеге бай, һүҙҙәр урынлы ҡулланыла, морфологик категориялар һәм синтаксик конструкциялар күп төрлө. 5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштең йөкмәткеһе һәм телмәре буйынса берәр хата булыуы мөмкин.
1 орфографик йәки 1 грамматик хата булыуы мөмкин.
"4"
1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тап килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар булыуы мөмкин). 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған. 4. Телмәрҙең лексик һәм грамматик төҙөлөшө, дөйөм алғанда, шаҡтай төрлө. 5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Эш йөкмәткеһендә 2 һәм телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин.
2 орфографик һәм 2 пунктуацион йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион йәки 4 пунктуацион, шулай уҡ 2 грамматик хата булыуы мөмкин.

"3"
1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин фактик хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. Телмәр байлығы түбән, синтаксик конструкциялар бер төрлө, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 5. Эштең стиле

Страницы: <<  <  18 | 19 | 20 | 21 | 22  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: