мен тикшереү өсөн диктанттар тексында шул темаға ҡараған иң мөһим орфограммалар һәм пунктограммалар була. Тикшерелә торған орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны кластар буйынса түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: I класта - 3 орфограмма, II класта - 4 орфограмма һәм 1 пунктограмма, III класта - 5 һәм 2, IV класта - 6 һәм 2, V класта - 8 һәм 3, VI класта - 10 һәм 3, VII класта - 12 һәм 6, IX класта - 16 орфограмма һәм 6 пунктограмма.
Диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай: 1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар; 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар; 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацион хаталар; 4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.
Диктантты баһалағанда, тупаҫ һәм тупаҫ булмаған хаталарға иғтибар ителә. Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә: 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар; 2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар; 3) бер тыныш билдәһе өсөн икенсеһен ҡуйыу; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
"5" билдәһе хатаһыҙ йәиһә аҙ булмаған орфографик йәки пунктуацион хата ебәрелгән эшкә ҡуйыла.
"4" билдәһе 2 орфографик һәм 2 пунктуацион, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион (2/2 йәки 1/3) хатаһы булған диктанҡа ҡуйыла.
"3" билдәһе 4/4, йәки 3/5 хаталы эшкә ҡуйыла. I-IV синыфтарҙа 5/4 хаталары булған эштәргә лә ыңғай баһа ҡуйырға мөмкин. ( әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә "3" билдәһен ҡуйып була. һаналғандарҙан күберәк хаталар ебәрелгән эштәр ыңғай баһалана алмай.
Инша һәм изложениеларҙы баһалау.
Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә изложение һәм инша
Страницы: << < 17 | 18 | 19 | 20 | 21 > >>