Рабочая программа учебного предмета «Башкирский язык» для 8 класса

Страницы: <<  <  20 | 21 | 22 | 23  >  >>

орауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
oo тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.
1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.


Контроль диктанттар тексы.


1. Сирек
Ысын дуҫлыҡ
Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Б үрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк - бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙыҡ-түлек туплау өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. Һәр ағас һайын ярыҡ - бына һиңә меңәрләгән " келәт". Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһе шунда йәшерә бара.
Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Табып ашаһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Берәү бөтөнөһө өсөн тырыша, бөтөнөһө берәү өсөн көс түгә.

2. Сирек
Балет
Балет спектакле тәүге тапҡыр Францияла ҡуйыла. 1581 йылдың 5 октябрендә Париж ҡалаһы сәхнәләренең береһендә сәнғәттең яңы төрө - балете күрһәтелә. Балет- бейеп башҡарылған спектакль ул. Бейеү менән моңло көй аша тамашасы спектаклде һүҙһеҙ ҙә аңлай. Балет спектаклен ижад

Страницы: <<  <  20 | 21 | 22 | 23  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: