ot; (рус телендә)). 
2. Б. Рафиҡов тураһында мәғлүмәт биреү. 
 Булат Рафиҡов - башҡорт прозаигы, шағир, журналист. 1934 йылдың 1 авгусында Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында тыуған. 1959 йылда Башҡорт дәүләт универтитетеның тарих-филология факультетын тамамлаған. "Пионер"("Аманат"), "Ағиҙел" журналдарында, "Совет Башҡортостаны" гәзитендә эшләй. Тәүге китабы - балалар өсөн "Ғәжәбстан" (1965) тигән шиғырҙар йыйынтығы. 
Әҫәрҙәре: "Кисеүҙәр", "Һүҙҙәр аҙаш - ҡурҡмай аҙаш" шиғырҙар йыйынтығы, "Тауҙарҙа ҡар ята", "Лоулла", "Йыһан азаматтары" повестары, "Сал ҡылған", "Ҡараһаҡал", "Ахырызаман көткәндә", "Көнгәк" романдары. 
Булат Рафиҡов - Башҡортостан Республикаһының С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990). Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған (1994). 
3. Һүҙлек эше:
Ҡамғаҡ - перекати поле (растение) 
(Ҡамғаҡ - перекати поле. Орлоғо өлгәргәс, тамырынан ысҡынып, ел ыңғайына тәгәрәп китә торған ялбыр дала үләне. (Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. Өфө, 2004. 198-се бит. )
Тәгәрләй - катится
Тамыр - корень
Баһадир - богатырь
Кәүҙә - туловище
Диңгеҙҙәй - как море
Мөмкинлек - возможность
4. Һүҙҙәрҙе хор менән уҡыу. 
5. 17-се бит 35-се күнегеү. 
Белешмә өсөн һүҙҙәрҙе уҡыу, тәржемә итеү(18-се бит). 
Тексты, тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып, уҡыу. 
6. Тәржемә итеү. Йөкмәткеһен аңлау. 
Һорауҙарға яуаптар биреү. 
- Автор Б. Рафиҡов Тыуған илен яратмаған кешене нимә менән сағыштыра?
- Беҙҙең тамырҙар кемдәр улар?
- Башҡортостан нимәләргә бай?
- Тыуған ил, азатлыҡ өсөн көрәшкән ниндәй батырҙарҙы беләһегеҙ?
- Башҡортостан Республикаһының 
		Страницы: << < 8 | 9 | 10 | 11 > >>
