Ҡуянға ҡунаҡҡа
Маҡсат: Тирә - йүн тураһында балаларҙың белемен киңәйтеү.
Балаларҙың социаль үҫешен, бәйләнешле телмәрен һәм социаль ышаныслылығын үҫтереү. Тәжрибәләр ярҙамында тирә - йүн тураһында белемдәрен киңәйтеү.
Бер - береһенә иғтибарлылыҡ тәрбиәләү, ярҙам итеү теләге уятыу.
Йыһазландырыу Мнемотаблица өсөн һүрәттәр, ҡырҡылған һүрәт, ҡар бөртөктәре, аудиояҙма, тәжрибә өсөн кәрәк - яраҡтар, схемалар өсөн фигуралар, карта, ҡоштар һүрәте, ҡуян, компьютер.
Һүҙлек эше: Үтә күренә, төҫһөҙ, ҡышлаусы, йомшаҡ, ҡаты.
Алдан эшләнелгән эш: Шиғыр ятлау, йомаҡ сисеү, ҡыш миҙгеле тураһында әңгәмә үткәреү, һөйләмдәргә схема эшләү, өн анализы эшләп өйрәнеү.
Йөкмәткеһе:
Балалар инеп баҫалар.
Балалар, миңә бөгөн бер хат алып килделәр. Әйҙәгеҙ шуны уҡыйыҡ.
"Хөрмәтле балалар, мин Белем иленә сәйәхәткә сыҡтым, бында бик күңелле, миңә бик оҡшай. Мин һеҙҙе шунда көтөп ҡалам. Мине табыр өсөн һеҙгә ошо картаны ла ебәрәм, тик һеҙгә бик күп һынауҙар үтергә тура килер.
С/м Ҡуян.
Балалар, Ҡуянда эҙләп табайыҡ мы?
Ҡуян әйтеүенсә беҙгә бик күп ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килер. Һеҙ ул ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмайһығыҙ мы?
Әйҙәгеҙ түңәрәккә торайыҡ.
(Музыка уйнай)
Ҡулдарыбыҙҙы өҫкә күтәрәйек һәм беҙгә ҡояштың йылы нурҙары көс бирә, шул көстәрҙе үҙебеҙгә йыйып алайыҡ. Һауаны һулап үҙебеҙгә тағы ла күберәк көс туплайыҡ. Бер - берегеҙ менән етәкләшегеҙ. Бер - берегеҙ менән берҙәм, татыу булырға һәм Ҡуянды барып табыу өсөн көс туплайыҡ.
Ә хәҙер, әйһәгеҙ, Белем иленә сәйәхәтте башләйыҡ.
Балалар, ҡарағыҙ әле, карта буйынса был ниндәй туҡталыш?
Балалар, ҡарағыҙ әле, бында бер ағас үҫеп ултыра. Унда нимәләр күрәһегеҙ?
Ҡоштар.
Уларҙың исемдәрен беләһегеҙ ме?
Турғай, ҡарабаштур
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>