Ҡуянда ҡунаҡта

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>

ғай, ҡыҙылтүштурғай, тумыртҡа, күгәрсен.
Ә был ҡоштар, ниндәй ҡоштар ул?
- Ҡышлаусы ҡоштар.
Ә беҙ уларға нисек ярҙам итә алабыҙ?
- Тағараҡ эшләп элергә, ем һалырға.
Ә, ни өсөн уларға тағараҡ элеп, ем һалырға кәрәк?
- Сөнки бөтә бөжәктәр йәшеренгән, уларға ем табыуы ҡыйын.
Әйҙәгеҙ ошо ағасҡа үҙебеҙ эшләгән тағараҡты элеп,ем һалайыҡ.
(Тағараҡ элеү, ем һалыу. )

Артабан юлыбыҙҙы дауам итәйек, сөнки беҙгә тиҙерәк Ҡуянға барып етегә кәрәк. Карта буйынса ҡарайыҡ әле, артабан ниндәй туҡталыш икән.
Ҡарағыҙ әле, бында ҡырҡылған һүрәттәр ята. Әгәрҙә ошо һүрәтте йыйып, дөрөҫ итеп төҙөп ҡуйһаҡ, беҙгә Ҡуянды ҡайҙа эҙләргә кәрәклеген белербеҙ.
( Һүрәтте төҙөү һәм ниндәй йыл миҙгеле килеп сығыуын әйтеү. )
Тимәк был туҡталыштын исеме нисек булды? Ҡыш миҙгеле.
Балалар, Ҡуян ҡайҙа йөрөй?
Ҡыш миҙгелендә.
Ҡыш икәнен ҡайҙан белдегеҙ?
Сөнки ҡар ята. Балалар саңғы, сана шыуалар.
Әйҙәгеҙ, ҡыш тураһында ошо таблица ярҙамында һөйләп күрһәтәйек.
(Мнемотаблицаға балалар һүрәттәр ҡуялар һәм ҡыш тураһында һөйләйҙәр. )
Ә кем ҡыш тураһында шиғыр белә? Һөйләп күрһәтегеҙ әле.
(Бер нисә бала ҡыш тураһында шиғыр һөйләй. )

Ҡар
Ябалаҡлап көнө буйы
Ап - аҡ ҡар яуҙы.
Һә тигәнсе өйөп ҡуйҙы
Ул бейек тауҙы.

Ҡыш
Ҡар быйыл бик күп яуҙы,
Шыршыларға шәл булды.
Шәлдәре ҡалын булғас,
Уларға бик шәп булды.


Ҡыш
Килде ап - аҡ ҡыш
Тик килмәне буш,
Алып килде ҡарҙар,
Йылғаға - боҙҙар.


Ҡар өҫтөнә ҡар яуһа. . .
Ҡар өҫтөнә ҡар яуһа
Емел - емел итәләр.
Уралымдың аҡ ҡышы
Аҡ моңдарын бөркәләр.

Ҡар, ҡар бөртөктәре тураһында матур итеп шиғырҙар һөйләнегеҙ. Әйҙәгеҙ ошо ҡар бөртөктәре менән бе

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: