Ҡуянда ҡунаҡта

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>

йеп алайыҡ.

(Көйгә балалар ҡар бөртөктәре менән күнегеүҙәр яһайҙар)

Күбәләктәй ҡар бөртөгө
Күк йөҙөндә оса
Көслө ел сығып китһә
Ағас төбөнә боҫа

Ҡар бөртөктәре оса
Өйөрөлөп алалар
Әкрен генә ергә төшөп
Күк йөҙөнә бағалар.
Тауҙар өйөп ҡуялар.



Афарин, балалар, күңелдәр күтәрелеп китте. Юлыбыҙҙы артабан дауам итәйек.
Мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм, һеҙ уларҙың яуаптарын әйтеп, киләһе туҡталыштың исемен әйтә алырһығыҙ.

Ҡыш буйына тик ята
Яҙын ҡайҙалыр ҡаса.
(Ҡар)


Ҡиммәтле таш түгел,
Үҙе ялтырай.
(Боҙ)

Афарин, балалар, бик зирәк икәһегеҙ. Беҙ бөгөн ошо ҡар һәм боҙ менән тәжрибәләр эшләйбеҙ.
Ҡарҙы һәм боҙҙо тотоп ҡарағыҙ. Хәҙер уларҙың төҫтәрен билдәләйек. Хәҙер стакан аша төҫлө ҡағыҙҙы ҡарап ҡарайыҡ. Ҡарҙы һәм боҙҙо ҡулдарҙа тотоп торайыҡ.
Ошо тәжрибәләрҙән һуң һеҙ ҡар һәм боҙ тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
Ҡар йомшаҡ, боҙ ҡаты
Ҡар аҡ, боҙ төҫһөҙ.
Ҡар үтә күренмәй, боҙ үтә күренеүсән.
Йылыла ҡар менән боҙ ирей, һыу барлыҡҡа килә.
Ҡар менән боҙ - туңған һыу.
Афарин, балалар, бик күп нәмә беләһегеҙ икән. Әйҙәгеҙ, артабан юлыбыҙҙы дауам итәйек, сөнки беҙгә тиҙерәк Ҡуянды табырға кәрәк.
Киләһе туҡталыштың исеме нисек тип уйлайһығыҙ.
Һөйләмдәр туҡталашы.
Беҙ бөгөн ҡыш, ҡар тураһында бик күп һөйләнек. Әйҙәгеҙ ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйөк һәм шул һөйләмдәрҙең схемаларын эшләйек.
(Һөйләмдәр төҙөү һәм таҡтала схемаһын эшләү. )
Әйҙәгеҙ, ошо төҙөгән һөйләмдәр менән "Тере һүҙҙәр" уйынын уйнап алайыҡ.
(Бер бала үҙенең төҙөгән һөйләме менән төҙөй. )
Һеҙ һөйләмдәр төҙөй беләһегеҙ, ә һүҙҙәргә өн анализы яһай беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ ҡар һүҙенә өн анализы эшләгеҙ һәм схемаһын

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: