р-Әсә, ниңә йөҙөңдә ҡайғы, күҙҙәреңдә һағыш.
Ер-Әсә: балалар, тыңлағыҙ әле мине. Экранға ҡарағыҙ. Бөтә ҡайғым, хәсрәтем - тәбиғәт. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт бик бысранды. Кешеләр урманға ял итергә сығалар ҙа ағастарҙы һындыралар. Урманда ут яғып бик күп үләндәрҙе яндыралар, бөжәктәрҙе үлтерәләр. Йылғаларға, тирә - яҡҡа сүп-сар ташлайҙар. Эсер һыуҙы бысраталар (видеослайд күрһәтә).
- Ҡайғырма, Ер - әсә. беҙҙең балалар тәбиғәт ярҙамсылары, тәбиғәтте һаҡлайҙар.
- Тәбиғәттә үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләрен бик яҡшы беләләр
Схема ярҙамында һөйләү:
урманда ут яғырға ярамай, сөнки бөжәктәр, хайуандар янып янып үләләр. ағастар яна, үләндәр сәскәләр яна
бөжәктәрҙе тоторға, үлтерергә ярамай, сөнки улар үҫемлектәрҙе һеркәләндерәләр, үҫемлектәр үрсей башлай;
йылғаларға сүп - сар ташларға ярамай, сөнки йылғалар бысрана, бысраҡ һыу кешеләрҙең организмына зыян килтерә, микробтар барлыҡҡа килә .
- Рәхмәт, балалар! Һеҙ тәбиғәттең ысын ярҙамсылары икән.
- Ер - әсә, беҙҙең балалар хатта бысраҡ һыуҙы таҙарта ла беләләр. (өҫтәлдә ике стакан: береһе буш, икенсеһендә бысраҡ һыу, мамыҡ киҫәктәре, күмер).
- Һыуҙы таҙартыр өсөн нимә кәрәк? (фильтр).
- Фильтрҙы нисек эшләйбеҙ? (воронкаға мамыҡ, өҫтөнә күмер һалабыҙ).
(балалар менән бергә тәжрибә үткәреү)
oo Һыу таҙарҙымы? (яуаптар)
- көнкүреш тормошта һыуҙы нисек таҙартырға була (махсус фильтрҙар ярҙамында)
Ер-Әсә: Рәхмәт һеҙгә, балалар. Һеҙ бик аҡыллы, ярҙамсыл балалар икәнһегеҙ. Һәр ваҡыт шулай тәбиғәттең ярҙамсылары булығыҙ.
Мин ер - әсә
Мин Ер - әсә,
Өндәшәмен.
Һеҙҙең алда
Тура ҡарап
Һөйләшәмен
Аҡыл - аман
Йөрәк - иман
Һәр саҡ уйлап эш итегеҙ!
Имен быуаттар аша
Килер быуындар яҙмышы.
Тимәк, минең дә яҙмышым
Һеҙҙең ҡ
Страницы: << < 4 | 5 | 6 | 7 | 8 > >>