улда, балаларым!
Ер-әсәнең аманатын
Онотмағыҙ, балаларым!
- Рәхмәт Ер-Әсә.
Ер-Әсә: Һеҙҙең аҡылығыҙ мине әсир итте. Һеҙҙең туралағы яҡшы хәбәрҙәрҙе бөтә тереклеккә лә еткерергә ашығырға кәрәк. (асҡыс бирә)Һау булығыҙ.
- Балалар, бәлки, беҙ эҙләгән асҡыс ошолор. Әйҙәгеҙ һандыҡты асып ҡарайыҡ. Һандыҡ асылды. (балалар шатланалар)
- Ниндәйҙер ҡағыҙҙар ята.
(береһе аҡ ҡағыҙ, икенсеһендә нимәлер яҙылған)
- Уҡыйыҡ әле. "Әгәр һеҙ йәшерен яҙыу серен белһәгеҙ хазинаны табырһығыҙ".
- Балалар ә һеҙ йәшерен яҙыуҙы уҡый беләһегеҙме? (юҡ)
- Ә мин беләм
- Тағы ла һандыҡ эсендә нимә ята? (лимон)
- Бәлки бөтә сер ошо лимондалыр? (балаларҙың яуаптары)
- Тимәк, лимон м енән яҙылғандыр. Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ.
(Тәрбиәсе лимон һуты менән яҙылған ҡағыҙҙы йод тамыҙылған һыу менән һөртә. Яҙылған һүҙҙәр асыла (балалар ҡыҙыҡһынып ҡарап торалар)
- Балалар , ниндәй һүҙҙәр килеп сыҡты? (Ер, һыу, һауа)
Экрандан тауыш: "Һандыҡтың серен астығыҙ, балалар! Рәхмәт!
Ысынлап та, һыу һәм һауа ерҙәге бар тереклеккә лә иң кәрәк нәмәләр. кеше - тәбиғәттең бер өлөшө, уның менән тығыҙ бәйләнгән. Кешегә барыһы ла кәрәк: саф һауаһы ла, таҙа һыуы ла, уңдырышлы тупрағы ла, бар тереклеге лә. Ҡәҙерле балалар, әйҙәгеҙ бергәләп тыуған еребеҙҙе, бәләкәй генә йәшел планетабыҙҙы һаҡлайыҡ. Үҙебеҙҙең уртаҡ өйөбөҙгә, ундағы йәшәгән бар тереклеккә зыян килтермәҫ өсөн, һәр аҙымыбыҙҙы , эшебеҙҙе уйлап ҡына эш итәйек".
- Тимәк, Ер, һыу, һау - беҙ эҙләгән тәбиғәт хазинаһы булып сыҡты түгелме?
Балаларҙың яуаптары: Ер - беҙҙең уртаҡ йортобоҙ. Һыу - йшәү сығанағы. Һауаһыҙ кеше йәшәй алмай.
- Афарин, балалар! Тәбиғәтте һаҡлағыҙ, яратығыҙ, ысын дуҫы булығыҙ.
- Өйҙә ата-әсәйҙәрегеҙ менән "Тәбиғәтте һаҡлайыҡ" тигә
Страницы: << < 5 | 6 | 7 | 8 > >>