Тәбиғәт бөтмәҫ ҡаҙна түгел

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5 | 6  >  >>

айыҡ. Асылдымы? (һандыҡ асылмай).
Икенсе эш:
Экранда тауыш: (һыу ҡыуҡтары төшөрөлгән слайд) "Бик ҡыҙыҡлы хәл. Пластилиндан эшләнгән шариктар һыуҙа йә бата, йә йөҙә. Быны нисек аңларға? Һеҙ ярҙам итмәҫһегеҙме?
- Әйҙәгеҙ, хазина батшаһына ярҙам итәйек. Ә ни өсөн улай икән, әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ. (өҫтәл эргәне баралар). Мин һауытҡа газлы һыу ҡоям. Пластилиндан бәләкәй шариктар эшләп газлы һыуға һалайыҡ.
- Шариктар менән нимә булды?
- Ә ни өсөн улар өҫкә ҡалҡып сыҡты? (яуаптар: һауа ҡыуыҡтары пластилинға йәбештеләр һәм пластилин өҫкә йөҙөп сыҡты.
- Ә ни өсөн һауа ҡыуығы йәбешкән пластилин шарҙары өҫкә йөҙөп сыҡты һуң?
(сөнки, һауа һыуҙан еңелерәк, шуның өсөн өҫкә йөҙөп сыға)
- Шулай итеп, һауа һыуҙан еңел икән.
- Хазина батшаһының һорауына яуап бирҙекме?
- Балалар, ә беҙгә ошо тәжрибә аша алған белем беҙгә кәрәкме?
(Һауа тултырылған туптар, түңәрәктәр кешене һыуҙа батыуҙан һаҡлай. Кешеләр һыу өҫтөндә йөҙөр өсөн һауа тултырылған кәмәләр ҡулланалар)- слайдтар
- Бысраҡ һауа кешегә нисек тьәҫир итә? (яуаптар)
- Ниндәй ҡалаларҙа бысраҡ төтөн сығарған завод, фабрикалар бар? (балалар яуап бирәләр)
- Эйе, ә һауа таҙа булһын өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
(Баҡсаларҙа, парктарҙа күберәк ағастар ултыртыр кәрәк).
- балалар, беҙ нимә тураһында һөйләштек? (һауа)
- Тимәк, асҡыс ҡайҙа инде? (һауала)
( ана, асҡыс өҫтә элеүле тора. )
- Бәлки ошо асҡыс ярар. Ә асҡысты нисек итеп алабыҙ, буй етмәй (яуаптар). Асҡысты алыу.
- Һандыҡты асып ҡарайыҡ, асылырмы икән. (асып ҡарай). Юҡ, балалар, был асҡыс та яраманы. Бәлки киләһе эште эшләһәк һандыҡҡа яраған асҡыс табырбыҙ.
Өсөнсө эш: (экранда ағас, пластмасс һәм тимер предметтар һәм магнит һүрәтләнгән слайдтар)
- Экранда предметтар теҙмәһе. О

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5 | 6  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: