шо предметтарҙың ҡайһыһы менән һыуҙағы сөйҙәрҙе тартып сығарырға була? (балаларҙың күҙаллауҙары)
- Балалар, экранда нимәләр күрәһегеҙ? (ағас кубик, пластмасс кубиктар, магнит, сөйҙәр)
- Ошо предметтарҙың ҡайһыһы менән сөйҙө алырға була икән? (яуаптар)
- Ысынлап шулаймы икән, тикшереп ҡарайыҡ. (балалар өсөнсө өҫтәл янына киләләр)
- Өҫтәлдә һыулы стакандар ултыра, эсенә нимәләр һалынған?
- Ә хәҙер стакандың ситенә магнитты яҡын алып килегеҙ. Һыуҙағы сөйҙәр нимә эшләне? ( һыуҙағы сөйҙәр магнитҡа тартылды, стакан ситенә йәбеште)
- Ни өсөн магнит сөйҙәрҙе үҙенә тартып алды? (тимерҙән эшләнгән әйберҙәрҙе магнит тарта).
- Ни өсөн сөйҙө магнит үҙенә тартты? (яуаптар)
- Магнит, ерҙән алынған хазина. Магнт ярҙамында һыуҙарҙы таҙартырға була. һыуҙа сөй оҙаҡ ятһа, тутыға. Кеше һыуҙы эсһә ауырый.
- Хәҙер магнит ярҙамында сөйҙәрҙе йыйып алығыҙ. (балалар магнитты һыуға тығып, сөйҙәрҙе йыйып алалар)
- Шулай итеп, магнит тимер әйберҙәрҙе үҙенә тарта.
- Тимәк, асҡысты табыу өсөн ниндәй һүҙ ҡулланабыҙ инде? (магнит)
- Шулай булғас асҡысты магнит эргәһдә эҙләр кәрәк. Бәлки был асҡыс ярар. Һандыҡты асып ҡарайыҡ әле. Был асҡыс та ярамай бит. Балалар, хазина һандығы бик тылсымлы булып сыҡты бит.
- Әҙәгеҙ, кәйефтәребеҙҙе күтәреп, бармаҡтарыбыҙҙы ял иттереп, уйнап алайыҡ.
Бармаҡтар гимнастикаһы.
oo бармаҡтарҙы бер - береһенә тоташтырып йоҙаҡ эшләйек. Нимә һымаҡ? (тимер).
oo бармаҡтарҙы бер - береһенә тейҙереп ситкә алайыҡ. Нимә һымаҡ? (һауа);
oo бармаҡтарыбыҙ йүгерешәләр. Нимә һымаҡ? (һауа)
oo ә хәҙер, мин нимәне әйтәм, һеҙ бармаҡтарығыҙ менән шуны күрһәтегеҙ (балалар ултырғыстарға барып ултыралар)
Дүртенсе эш:
(тылсымлы көй аҫтында Ер-Әсә килеп инә, бик бойоҡ).
Ер-Әсә: Балалар, һаумыһығыҙ.
- Е
Страницы: << < 3 | 4 | 5 | 6 | 7 > >>