йтып килгәндәр. Бер ишәккә тоҡҡа тултырылған тоҙ тейәлгән, ә икенсеһенә- паролон тултырылған тоҡ бәйләнгән. Ишәктәр юлда бик тәрән Һаҡмар йылғаһы аша йөҙөп сыҡҡандар, ти. Бер ишәк һыуҙы бик еңел йөҙөп сыҡҡан. Ә икенсеһе саҡ һыуға батмай ҡалған, көскә - көскә йөҙөп сыға алған, ти. Ҡайтып еткәс шул асыҡланған: бер ишәк кенә йөгөн өйгә алып ҡайтып еткергән, ти.
Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡайһы ишәккә йылға аша йөҙөп сығыу еңел булған?
Әгәр ҙә ошо һорауға дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, асҡысты ҡайҙан эҙләргә икәнен аңларһығыҙ. Уйлап ҡарағыҙ"
- Балалар, ысынлап та ҡайһы ишәккә йылға аша йөҙөп сығыу еңел булған икән? Нисек уйлайһығыҙ? (балаларҙың яуаптары )
- Ә һин нисек уйлайһың? (башҡа балаларҙы ла активлаштыра)
- Ә мин һеҙгә ошо фекерҙәрҙе тикшереп ҡарарға тәҡдим итәм һәм һеҙҙе лабораторияға саҡырам. Һеҙ бөгөн ысын ғалимдар буласаҡһығыҙ. (балалар алъяпҡыстар кейәләр, өҫтәл янында торалар)
Тәжрибә 1
- Балалар, өҫтәлдә кәрәкле материалдар әҙерләп ҡуйылған. Беренсе фекерҙе тикшереп ҡарайыҡ. Ильяс, һин фекереңде ҡабатлап әйт әле . ("пароллон тейәлгән ишәк һыуҙан еңел йөҙөп сыға, сөнки параллон еңел")
- Пароллон киҫәктәрен һыуға һалығыҙ. Пароллон нимә эшләне? (һыуланды, ауырайҙы)
- Тимәк , пароллон һыуҙа ауырая.
- икенсе фекерҙе тикшереп ҡарайыҡ. Зарина, ҡабатлап әйт әле ("тоҙ тейәлгән ишәк йылға аша еңел сыға, сөнки тоҙ һыуҙа ирей")
- Тикшерәйек: ҡалаҡ менән тоҙ алып һыулы стаканға һалығыҙ ҙә болғатығыҙ. Нимә булды? (тоҙ һыуҙа ирене)
- Ә, хәҙер һығымта яһайыҡ. (балалар һығымта яһайҙар, тәрбиәсе йомғаҡлай)
- Нимә тейәлгән ишәккә йылға аша сығыуы еңел булды әле? (тоҙ)
- Беренсе эште уңышлы үтәнек. Тылсымлы һүҙебеҙ нинәй? (тоҙ)
- Тимәк, асҡысты ҡайҙан эҙләйбеҙ? (тоҙ эргәһенән)
Һандыҡты асып ҡар
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>