Ш. Бабич, "Тамсылар" С. Мудллабаев
Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге барышы
Иртәнге ҡабул итеү ваҡыты. Балалар уйын майҙансығында. Балалар ҡом менән уйнап ултырғанда пластик шешә табып табалар. Тәрбиәсегә бирәләр.
Тәрбиәсе шешәне ала:
oo Шешә бик тылсымлы күренә, эсендә нимәлер ята, ҡарайыҡ әле.
oo Был нимә икән ?(шешә эсенән ҡағыҙ тартып сығара );
oo Ҡағыҙҙы асып ҡарайыҡ.
oo Ә был схема нимәне аңлата икән?
- Тағы ла ниҙер бар (флешка)
- Флешканы нисек асырға? ( балалар карта - схема серен асалар. Унда уҡ, музыкаль асҡыс, эштәр буйынса тамғалар төшөрөлгөн. Уҡ музыкаль асҡысты күрһәтә).
- Тимәк, музыка залында ниндәйҙер сер көтә.
1. Х
2. Х
3. Х4. Х
- Был картаның серҙәрен асҡығыҙ киләме?
- Әйҙәгеҙ, улайһа, гимнастика яһап, иртәнге аш ҡабул итеп көс йыйып алайыҡ та музыка залына төшөрбөҙ.
(тышта музыка аҫтында иртәнге гимнастика эшләү, төркөмгә ингәс гигиеник процедураларҙан һуң, иртәнге аш ашау)
- - Балалар, әйҙәгеҙ инде музыка залына төшәйек (музыка залына төшәләр). Флешканы асып ҡарайыҡ.
Тәрбиәсе флешканы ҡуя:
oo Был нимә ул? (экранда карта күренә).
oo Ниндәй карта? (Башҡортостан картаһы)
Тауыш ишетелә: (карта һүрәте менән слайд, ишәктәр һүрәте слайды) Мин хазиналар батшаһы. Һандығыма хазинаны табыу урынын белдереүсе билдә йәшерҙем. Һеҙгә серле карта ярҙам итер. Тамғалар аҫтында эштәр йәшеренгән. Шул эштәрҙе эшләп сыҡһағыҙ, һандыҡтың асҡысын табырһығыҙ.
- Ә һандыҡ ҡайҙа һуң? (балалар зал уртаһында ултырған һандыҡты күрһәтәләр)
- Һандыҡтың серен асыр өсөн әйҙәгеҙ, беренсе эште тыңлайыҡ. ( экранда ике ишәк һүрәте күренә, арҡаларында йөк ):
Бына беренсе эш: "Мин һеҙгә әкиәт һөйләйем. Бер көндө ике ишәк баҙарҙан ҡа
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>