р ҙа осрай.
Уларҙың балаларын тәрбиәләү менән шөғөлләнеү өсөн ваҡыты юҡ, ә бына ихатала домино уйнау, дуҫы менән иҫтәлекле ваҡиғаны билдәләү өсөн ваҡыт табыла. Улар үҙҙәренең эшлекһеҙлеген аҡлау өсөн әллә ниндәй теория уйлап сығаралар, бала тәрбиәләү, йәнәһе, әсәнең хәстәрлеге булып тора, тиҙәр. Әгәр ғаиләлә ғәҙәттән тыш берәй ваҡиға булһа, ир ҡатынын ғәйепләйәсәк. Ҡыҙҙың йәки улдың насар юлға баҫыуында тик әсәй кеше генә ғәйепле булып сыға.
Бер нимәгә лә ҡыҫылмауҙың бер ниндәй ҙә зарары юҡмы һуң?
Ундай ғаиләлә балалар үҙҙәрен артыҡ кеше күреп үҫәләр. Улар йөрәгендә атаһына ҡарата үпкәһе һәм асыуы арта бара. Киләсәктә ата балаларынан иғтибар һәм ярҙам көтә алмай.
Ҡайһы бер аталар балаларын тәрбиәләүҙә ҡатнашырға тейешлеген аңлаһалар ҙа, быны ваҡыты менән уларҙың көндәлектәрен тикшереүгә генә ҡайтарып ҡалдыралар, балаларының насар тәртибе өсөн ныҡ ҡына әрләп алалар. Ата - әсәләр йыйылышында тик ҡатын - ҡыҙҙар ғына ҡатнаша, ирҙәр бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына.
Буш ваҡытты кем менән үткәреүе, кем менән фекер уртаҡлашыуы, уҡыуҙа кемдең ярҙам итеүе тураһындағы һорауҙарға уҡыусыларҙың күбеһе рухи үҫешендә аталарҙың бик аҙ ҡатнашыуы тураһында яҙалар. Иншаларҙа күпселек иғтибар әсәләргә бирелә. Ләкин бөтә балалар ҙа аталарының яҡшы булыуын теләй.
Ғаиләгә һәм башҡа кешеләргә яҡшылыҡ күрһәтеү, балаларҙы тәрбиәләүҙә әсәгә ярҙам итеү, улар менән ихлас фекер уртаҡлашыу уҡыусылар теләгән яҡшы атаның сифаттары булып тора. Яҡшы ата ни тиклем үҙ эше менән мауыҡҡан булһа ла, балаларының һорауҙарына ауап бирергә ваҡыт таба, уларҙың теләктәрен үтәргә тырыша, бер үк ваҡытта файҙалы кәңәштәр бирә, талапсанлыҡ күрһәтә белә. Слайд:
Минең атайым иң яҡшыһы.
Минең атайым иң яҡшыһы.
Тимәк, ғаиләлә атаның иң аҡыллы позицияһы - хе
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>