Роль отца в семье

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>

ыуы мөһим.
Хәҙерге аталарҙың ғаиләлә ниндәй позиция тотоуына, бала тәрбиәләүҙә ниндәй роль уйнауына, мәктәпкә ниндәй ярҙам күрһәтә алыуына һәм күрһәтергә тейешлегенә анализ яһап үтәйек.
Бала тәрбиәләү мәсьәләләрендә аталарҙың позицияһы күп төрлө. Ләкин һәр позиция балаларға ыңғай йоғонто яһамай.
Көс ҡулланыу позицияһы.

Көс ҡулланыу позицияһы.



Ғаиләлә ата бик уҫал, балаларҙың тыңлауына ҡаты саралар менән өлгәшә, йыш ҡына физик көс ҡуллана. Өгөт - нәсихәт, тупаҫ мөғәмәлә балаларҙы ситләштерә. Улар атаһынан ҡурҡа башлай. Ата кешенең асыуы ҡабарыуҙан ҡурҡҡан балалар алдашырға, хәйләләргә өйрәнә. Бындай шарттар ҡайһы бер балаларҙа ҡурҡаҡлыҡ, ышанмаусанлыҡ, икенселәрендә асыу, киреләнеү сифаттары тәрбиәләй. Бер ата улының тыңлауһыҙ булып үҫеүе, шуға күрә ҡайыш ҡулланыуы тураһында һөйләй. Хәҙер бала уға буйһона, сөнки унан ҡурҡа, ә үҫә төшкәс, уны тыңлатып булмаясаҡ. "Кемгә оҡшаған был бала?" - тип аптырай ата, ә бының сәбәбе уның үҙенән булыуын аңламай. Ҡасандыр ул балаһына талапсанлыҡ күрһәтә белмәгән, шунан һуң улар араһында үҙ- ара ситләшеү барлыҡҡа килгән. Был ситләшеүҙе ҡайыш ҡулланыу һәм ҡаты һүҙ менән генә бөтөрөп булмай. Ә бала әле ҡайыштан ҡурҡып илай, атаһына ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, ә ата ҡарт көнөндә илаясағын белмәй. Был хәлдән сығыуҙың юлы - бөтә йөрәгең һәм күнелең менән улыңа яҡшылыҡ күрһәтергә тырышыу. Әгәр балалар тупаҫ мөнәсәбәтте үҙҙәренә генә түгел, шулай уҡ әсәһенә ҡарата булыуын да күрһәләр, улар уҫаллыҡ һәм ҡатылыҡ дәрестәре лә алалар.
Был сифаттың тәьҫире уларҙың туғандары, уҡытыусылар, дуҫтары менән мөнәсәбәттәрендә күренәсәк. Ҡағиҙә булараҡ, бындай аталар мәктәп менән бәйләнеш тотмай. Был позицияның зыяны асыҡ күренеп тора.
Беҙҙә шулайуҡ тәрбиә мәсьәләһенән ситләшә торған атала

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: