Ата - әсәләр йыйылышы өсөн доклад
" Юғары вазифа ул - ата булыу"
Ата - әсәләр йыйылышы өсөн доклад
" Юғары вазифа ул - ата булыу"
Маҡсат:
1) атайҙарҙы мәктәп һәм тәрбиә эшенә нығыраҡ йәлеп итеү;
2) атайҙар һәм балалар араһында үҙ - ара йылы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү;
3) балалар һәм йәмәғәт алдында атайҙар абруйын күтәреү.
Йыһазландырыу:
:: Атайҙар тураһында гәзит.
:: "Минең атайым иң яҡшыһы" исемле стенд.
:: Атайҙар тураһында анкета, уҡыусыларҙың иншалары.
Класс етәксеһе атайҙар алдында доклад менән сығыш яһай.
Докладтың йөкмәткеһе: Слайд:
Ғаилә - һәр кеше үҫә торған бишек ул.
Ғаилә - һәр кеше үҫә торған бишек ул.
Ғаиләлә шәхестең бөтә сифаттары формалаша. Балалар үҫеп еткәс, үҙ ғаиләһенә ата - әсә йортонда алған бөтә ғәҙәттәре һәм сифаттары күсерә. Бала әсәһенән һәм атаһынан тормош, кешеләр менән мөнәсәбәт нормалары, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ тураһында тәүге белем ала. Беҙ, ғәҙәттә, балалар беҙҙе дауам итә, тибеҙ. Был дөрөҫ, сөнки уларҙа булған бөтә яҡшылыҡ беҙҙең хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәһендә тәрбиәләнә. Балаларҙа булған кире сифаттар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙән бирелә.
Слайд:Ата булыу - бик ауыр вазифа ул.
Ата булыу - бик ауыр вазифа ул.
Был вазифаға билдәләмәйҙәр, һайламайҙар. Ата кешегә улдарында һәм ҡыҙҙарында батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, маҡсатҡа ынтылыш һәм ныҡышмалылыҡ сифаттары тәрбиәләү бурысы йөкмәтелгән. Ата менән әсә үҙ балаларын илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү өсөн бер тигеҙ яуаплы, ләкин практика шуны күрһәтә: тулы ғаиләлә балалар тураһында хәстәрлек күреү күбеһенсә әсәгә төшә. Ҡатын - ҡыҙҙың ғына йоғонтоһо ҡайһы ваҡыт тәрбиә эшендә көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. Шуға күрә, был эштә ата кешенең ҡатнаш
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>