К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ. Башҡорт алфавиты

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>

р- меңде еңер. Ғилеме барҙың - ҡәҙере бар. Уҡыған - белер, уҡымаған - бөлөр. Уҡыу - энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу ).
3. К. Кинйәбулатова тураһында белешмә биреү.
Кәтибә Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәүлит ауылында тыуған. Балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр китабы авторы: "Алтын тояҡ аҡ кәзә" (1955), "Әнисә" (1960),"Бөркөт"(1966), "Йондоҙҙар бейей" (1969) һ. б.
Повестары: "Атай тауышы", Партизан ейәнсәре", "Тереләргә һүҙ".
Почет билдәһе ордены менән бүләкләнгән. Әле Өфөлә йәшәй. (5-се слайд)
4. "Мәктәпкә барабыҙ" шиғырын уҡытыусының уҡыуы.
а) Шиғырҙан таныш һүҙҙәрҙе табыу;
Һүҙлек эше:
аҙ - мало
Һағындылар - соскучились
Аптырай - удивляется
Ашыға - торопится
Ғорур - гордый
Йөҙ - лицо
5. Шиғырҙы тәржемә итеү, йөкмәткеһен аңлау.
6. Тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эш.
7. Һорауҙарға яуаптар биреү:
oo Уҡыусыларға ниндәй ай етте?
oo Уҡыусы нисәнсе синыфҡа бара?
oo Уҡыусының кисерештәрен аңлатҡан һүҙҙәрҙе табып уҡығыҙ.
(Аптырай, йылмая, ашыға-ашыға атлай, ғорур йөҙө)
- Ә һеҙ 1 сентябрға нисек итеп әҙерләндегеҙ?
(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)
IV. Йомғаҡлау.
oo Дәрестә нимәләр эшләнек?
oo Ниндәй яңы һүҙҙәр белдегеҙ?
V. Өйгә эш. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.
Шиғырҙы тасуири уҡырға әҙерләнергә (8-се бит)
Уҡыусыларҙы баһалау.











2-се дәрес
Тема: Мәктәптә. Ҡылымдарҙың зат ялғауҙары.
Маҡсат: 1)тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, өйрәнеү, 2)телмәр үҫтереү, башҡорт телендә ҡылымдарҙың зат ялғауҙарын үҙләштереүҙе дауам итеү, 3)мәктәпкә, уҡытыусыларға ҡарата ихтирам тойғолары тәрбиәләү. <

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: