Йорт хайуандары

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Йорт хайуандары.
Маҡсат: балаларҙы көҙ миҙгелен һүрәтләргә күнектереү;
Бурыстар:
Белем биреү:
балаларҙы йорт хайуандары һәм уларҙың балалары менән таныштырыу;
йорт хайуандары тураһында белемдәрен арттырыуға булышлыҡ итеү;
Үҫтереүсе:
һүҙлек запасын байытыу;
бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
ҡул уҡтары, бармаҡ моторикаһын үҫтереү;
Тәрбиәүи:
- тереклеккә, йорт хайуандарына иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: бесәй, һыйыр, эт, ат, йорт хайуандары, ҡолон, быҙау, көсөк,
Эшмәкәрлек төрө: аралашыу, уйын.
Йыһазландырыу: уйынсыҡ машина, уйынсыҡтар: һыйыр, эт, бесәй, ат, сериялы һүрәттәр,
"Ҙур һәм бәләкәй" уйыны, "Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр" сериялы һүрәттәре.
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге барышы:
- Балалар, ишетәһегеҙме, кемдер ишек шаҡый?
- Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ әле, кем йөрөй икән?
(тәрбиәсе төркөмгә йорт хайуандары тейәлгән йөк тейәү машинаһын индерә)
- Балалар, беҙгә кемдәр килгән? (хор һәм индивидуаль яуаптар)
- Дөрөҫ, беҙгә бесәй, һыйыр, эт, ат ҡунаҡҡа килгән. Улар йорт хайуандары. Әйҙәгеҙ бергә ҡабатлайыҡ әле. Йорт хайуандары.
(Фланелеграфҡа бесәй, эт, һыйыр, ат һүрәттәре ҡуйыла )
- Балалар һүрәттәргә ҡарағыҙ әле, ниндәй хайуандар төшөрөлгән?
(балалар танып атамаларын әйтә)
-Балалар хайуандар ҙа кешеләр кеүек үк үҙҙәренеүң балаларын тәрбиәләйҙәр. Улар ҙа балаларын бик яраталар. Ә кешеләр нисек ярата икән үҙҙәренең кескәйҙәрен, тыңлағыҙ әле.

Кем балаһын бик наҙлай?
Иркәләп башын һыйпай?
Ел - ямғырҙан да һаҡлай?
Насарлыҡтан ҡурсалай?
Йылы юрғандарын яба?
Тәмле ашамлыҡтар таба?
Тыныс ҡына кистәрен
Әкиәттәрен һөйләй ул?
Әлбиттә белгәнһеңдер
Улар һеҙҙең әсәйҙәр!<

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: