br/>
- Ә ҡолондоң, быҙауҙың, көсөктөң, бесәй балаһының әсәйҙәре бармы икән? Әйҙәгеҙ ошо турала һөйләшеп алайыҡ.
"Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр " уйыны.
Тәрбиәсе фланелеграфҡа бер - бер артлы ҙур һәм бәләкәй хайуандар төшөрөлгән һүрәттәр ҡуя. Балаларҙан һорай.
- Балалар, был һүрәттә нимәләр төшөрөлгән?
(индивидуаль һәм хор менән яуаптар)
- Дөрөҫ, һыйыр.
- Уның янында кем тора икән?
- Дөрөҫ уның балаһы - быҙау.
(индивидуаль һәм хор менән яуаптар)
- Уларҙы бергә әйтәйек әле - Һыйыр быҙауы менән.
- Һыйыр быҙауы менән.
- Балалар иғтибар менән ҡарағыҙ әле, һыйыр ҙур, быҙауы бәләкәй. Һыйырҙың мөгөҙө бар, ул һөҙә. Быҙауҙың мөгөҙө юҡ, әле үҫмәгән, ул әле бәләкәй. Ҙур һыйыр мө - мө -ө- ө - ө тип ҡысҡыра.
(индивидуаль һәм хор менән һыйыр һәм быҙау булып ҡысҡыралар)
Аҡланда быҙау йүгерә
Мө - ө - ө - ө тиеп ул ҡысҡыра
Әммә ул бер ҙә иламай,
Ул әсәһен саҡыра.
Һөт бирә уға һыйыр,
Быҙауыннан арттырып,
Кескәйҙәрҙе лә һыйлар.
Балалар тәрбиәсе менән ҡабатлайҙар.
Балалар ҡарағыҙ әле, был һүрәттә нимә күрәһегеҙ?
Эт.
Уның янында нимә бар?
Көсөк?
(индивидуаль һәм хор менән яуаптар)
Әйҙәгеҙ бергә әйтәйек - Эт көсөктәре менән.
Был һүрәттә нимә күрәһегеҙ?
Ат ҡолоно менән.
(индивидуаль һәм хор менән яуаптар)
Ял итеү минуты:
Аяғына баҫыу менән (сүкәйеп тора)
Ҡыуаныстан һикерә (урындарында һикерәләр)
Тыҡылдатып тояҡтарын (тыпырлайҙар)
Әсәһенә йүгерә. (урындарында йүгерәләр)
Балалар һүрәттәрҙе ҡарап сыҡас индивидуаль яуаптар алырға мөмкин. Тағы ла бесәй һүрәтен күрһәтергә була.
Балалар йорт хайуандары беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Ат беҙгә йөк ташый, эт өйҙө һаҡлай, һыйыр беҙгә һөт бирә.
Балал
Страницы: << < 1 | 2 | 3 > >>