ар хайуандар үҙҙәренең балаларын кешеләр кеүек үк яраталар. Улар балаларын иркәләтеп телдәре менән ялайҙар, улар ҙа кескәйҙәрен һаҡлайҙар, ҡурсалайҙар.
Әйҙәгеҙ бер уйын уйнап алайыҡ. Был уйын "Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр" тип атала.
Тәрбиәсе хикәйә һөйләй :
Бер заман быҙау, бесәй балаһы, көсөк, ҡолонсаҡ алыҫҡа йүгереп киткәндәр ҙә аҙашҡандар. Әсәләре машина менән уларҙы эҙләргә сыҡҡан. Бәләкәй бесәй балаһы эләгеп киткән дә "Мяу - мяу"- тип ҡысҡырып ебәргән. Ул нисек ҡысҡырған (индивидуаль һәм хор менән яуаптар). Бесәй уның тауышын ишетеп яуап биргән. МЯУ- МЯУ - МЯУ индивидуаль һәм хор менән яуаптар). Тәрбиәсе бер балаға машинан бесәйҙе алып өҫтәлдәге бесәй балаһы һүрәте янына ҡуйырға тәҡдим итә. Уйын шула й дауам итә.
Ә хәҙе балалар һүрәткә ҡарап бесәй тураһында һөйләйек. (Мнемоюл) Бесәйҙең дүрт аяғы. Уның кәүҙәһе бар. Йөнө бар. Ҡойроғо оҙон.
(индивидуаль яуаптар).
Балалар беҙгә бөгөн кемдәр ҡунаҡҡа килде?
( индивидуаль һәм хор менән яуаптар)
Балалар беҙҙең хайуандар тышҡа саф һауаға сығырға теләйҙәр. Әйҙәгеҙ уларҙә машинаға тейәп тышҡа алып сығайыҡ. Улар һеҙҙең менән осрашып уйнағандарына бик шаттар.
Страницы: << < 1 | 2 | 3