яҙабыҙ, һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөйбөҙ. Грамматик темаға ҡағылышлы эш төрҙәре үтәйбеҙ.
Был эш төрҙәрен системалы рәүештә үткәрә барһаң, контроль диктанттар, иншалар, изложениялар яҙғанда күпкә еңелерәк була.
Хәҙерге заман талаптарынан сығып дәрескә әҙерләнгәндә слайдтар яһайым, презентациялар эшләйем, интерактив таҡтаны ҡулланам. Дәрестә эште парлашып йәки төркөмдәрҙә эшләү уҡыусының уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, һөҙөмтәлерәк итә. Бындай эш процесында баҙнатһыраҡ, шымыраҡ балалар һа үҙенән-үҙе эшкә ылыға. Ҡыйыу,әүҙем балалар етәкселек сифаттарын үҫтерә.
Шулай итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өсөн төрлө эш алымдары, яңы, заман информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә. Уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ - үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.
Страницы: << < 1 | 2 | 3