2-се йүнәлеш - уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу һәм әҙәби телдә һөйләргә өйрәтеү. Һүҙҙәр өйрәтеү эшендәге әһәмиәтле талаптарҙың береһе - уҡыусыларҙы таныш булмаған һүҙҙәрҙе күрә белергә күнектереү , төрлө һүҙлектәр менән эш итеү ғәҙәтен тәрбиәләү.
Уҡыусылар һәр дәрестә билдәле бер күләмдә яңы һүҙҙәр үҙләштерә барырға тейеш. Һүҙлек эше күп төрлө, тик дәрестә тәржемә итеү менән генә мауыҡмаҫҡа кәрәк. Яңы һүҙҙәр һүҙлек дәфтәрҙәрендә генә яҙылып ҡалмаһын, уларҙы телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү мөһим.
3-сө йүнәлеш - фекерҙе телдән һәм яҙма рәүештә бәйләнешле әйтә белергә өйрәтеү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү әйтеләсәк фекерҙең йөкмәткеһен, төҙөлөшөн һәм сараларын формалаштырыу эшен күҙ уңында тота.
Һүҙлек эше һәр башҡорт теле дәресендә системалы алып барылырға тейеш.
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә, үҙемдең эш практикамда, күберәк дәрес башында артикуляцион- фонетик күнегеүҙәр, тема буйынса диалог, әңгәмә ойошторабыҙ,һорауҙарға яуап биреү, дөрөҫ һорау бирә белеү,һүрәт буйынса һөйләм төҙөү, "һөйләмгә йәки мәҡәлгә тура килгән һүрәтте тап" кеүек эш төрҙәрен ҡулланам.
Яңы һүҙҙәр менән дәрес һайын танышып торабыҙ, шуға уларҙы үҙләштереү һәм хәтерҙә ҡалдырыу өсөн уҡыусылар менән һүҙлек дәфтәрҙәре башланыҡ. Был дәфтәрҙәргә тема һайын яңы һүҙҙәрҙе яҙып барабыҙ. Һәр дәрес башында һүҙлек диктанты яҙырға тырышабыҙ.
Шулай уҡ күрмә диктанттар яҙҙырам. Был диктанттарҙы 2 кластың икенсе ярты йыллығынан башлайбыҙ. Күрмә диктанттағы һүҙҙәр һаны 2 һүҙҙән алып башлана. Артабан һүҙҙәр һаны яйлап күбәйә бара.
Уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байытыу, телмәрен үҫтереү өсөн һәр дәрес һайын матур яҙыу минуты ла үткәрәм. Матур яҙыу минуттары уҡыусыларҙы хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙырға, өндәрҙе дөрөҫ әйтергә ярҙам итә, өйрәтә. Бирелгән хәрефҡә һүҙҙәр
Страницы: << < 1 | 2 | 3 > >>