Маҡсат:
- Юл ҡағиҙәләре һәм билдәләре тураһындағы белемдәрен камиллаштырыу;
- 8 мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу;
- Сослоҡ, йүгереклек, йылдамлылыҡ, етеҙлек һәләттәрен үҫтереү;
- Фекерләү кеүәһен, аң даирәһен үҫтереү;
- Урамда йөрөгәндә башҡаларға өлгө булып тороу теләген уятыу;
- Уйындар аша юлда тәртиплелек, үҙ һаулығыңа һаҡсыллыҡ, үҙ - үҙеңә ышаныусанлыҡ тәрбиәләү;
Үткәреү формаһы: күңелле старттар.
Эшмәкәрлек төрҙәре:
хәүефһеҙлек, уйын эшмәкәрлеге, хәрәкәт активлығы.
Йыһазландырыу:
Музыка, 2 конус, "зебра" төҙөү өсөн аҡ, ҡара таҫмалар, 2 машина, светофор, 2 обруч, медалондар һ. б.
Уйын барышы:
Залда күңелле көй уйнай. Ҡатнашыусы балалар инә, ике командаға бүленеп ултыралар (1 класс уҡыусыларының ҡулында - йәшел таҫма, 9- төркөм балаларының ҡулында - ҡыҙыл таҫма).
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ ҡәҙерле балалар, 8- се һынлы мәктәптең 1- се класс уҡыусылары һәм ҡунаҡтар. Һеҙҙе үҙебеҙҙең "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән "Урамда көтөлмәгән хәлдәр" тип исемләнгән күңел асыу сараһына йыйылғанбыҙ.
Алып барыусы: Балалар, беҙ ҙур булмаған, ләкин бик матур ҡалала йәшәйбеҙ. Бында беҙҙең туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ, таныштар һәм таныш булмаған кешеләр йәшәй. Көн һайын беҙ урамға сығабыҙ һәм юл хәрәкәттәренең ҡатнашыусылары булабыҙ.
Тимәк, йәйәүлеләр, машина йөрөтөүселәр һәм пассажирҙар юл хәрәкәттәренең ҡатнашыусылары.
Алып барыусы: Эшкә, мәктәпкә, балалар баҡсаһына барғанда беҙ һуңламай барабыҙ, сөнки машина, йәки йәмғиәт транспортын ҡулланабыҙ. Әлбиттә бөтәгеҙҙә беләһегеҙ, автомобилдәр кешеләр өсөн хәрәкәт итеү транспорты булып торһа,ә икенсе яҡтан кеше өсөн ҡурҡыныс тыуҙы
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>