ра. Әгәрҙә юл ҡағиҙәләрен белмәһәң, үтәмәһәң нимә була? (Яуаптар).
Алып барыусы: Балалар ә һеҙ юл ҡағиҙәләрен үтәйһегеҙме?
Алып барыусы: Хәҙер балалар уйын уйнап алайыҡ "Дөрөҫ әйт" тип атала. Был уйында иғтибарлы булыр кәрәк. Һорауҙарға тулы яуап бирәбеҙ.
"Дөрөҫ әйт" уйыны (һәр командаға алмашлап яуап бирергә)
Светофорҙың ниндәй төҫө янһа юл аша сығабыҙ? (Йәшел ут янғас та, урамды аша сығырға ашыҡма. Сөнки берәй автомобиль туҡтап өлгөрмәүе мөмкин. Шуға күрә бөтә машиналар, мотоциклдар туҡтағанын күргәс кенә, юл аша тыныс ҡына сыҡ);
Светофорҙың ҡыҙыл төҫ янһа нимә эшләйбеҙ?
Велосипед менән теләгән урында йөрөргә яраймы? Ә ҡайһы ерҙә йөрөргә була? (Ишек алдында, паркта, стадионда ғына йөрөргә мөмкин. Әгәр инде юл аша сығырға кәрәк булһа, велосипедтан төш тә руленан тотоп, йәйәүлеләр йөрөгән юлдан алып сыҡ);
Автобустан сыҡҡанда ҡайһы яғынан . үтер кәрәк?
Автобусҡа өлкән кеше килеп инһә нимә эшләргә кәрәк?
Йәйәүлеләргә ҡайһы ерҙән йөрөргә ярай? (Тротуарҙан ғына йөрөргә ярай, машина юлынан йөрөргә ярамай);
Юл ҡағиҙәләрен хөрмәт итеү кәрәкме? . .
Алып барыусы: Афарин балалар, юл ҡағиҙәләрен беләһегеҙ икән. Әйҙәгеҙ "Светофор" уйыны уйнап алайыҡ. (Залда ҡарап ултырған балаларҙа уйнайҙар).
Уйын: "Светофор"
Урындарҙа торабыҙ. Светофорҙың нисә төҫө бар? Улар нимәне аңлата? (Балаларҙың яуаптары). Шулай итеп светофорҙың төҫөнә ҡарап күңелле көй аҫтында бейейбеҙ. Әгәрҙә светофорҙың йәшел төҫө янһа - урында атлайбыҙ. Һары төҫ янһа- урында һикерәбеҙ, ә ҡыҙыл төҫ янһа - урында тик торабыҙ.
Алып барыусы: рәхмәт балалар,уҡыусылар. Күңелдәр күтәрелеп китте.
Алып барыусы: Ә хәҙер ике командаға бүленеп ярышты башлайыҡ. (ике командаға балалар бүленә: 1 команда "Ете
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>