«Тыуған яғым - йылға-күлдәр иле» темаһына
урыҫ мәктәбенең VI класында башҡорт теле дәресе
Маҡсаттар: Уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү, диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: тәбиғәтте, һыу ятҡылыҡтарын кәүҙәләндергән һүрәттәр, айырым һөйләмдәр яҙылған плакаттар, Башҡортостан картаһы, карточкалар.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле.
- Уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ.
Алтын ҡояш, һаумы!
Зәңгәр һауа, һаумы!
Шаян елкәй, һаумы!
Кескәй имән, һаумы!
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә -
Сәләмләйем һеҙҙе лә.
Ултырығыҙ.
Артикуляцион күнегеүҙәр.
Таҡтаға һүҙҙәр һәм тиҙәйткестәр яҙылған.
Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эш.
тәбиғәт ҙур балыҡ Нөгөш күл киң
йылға таҙа Ыйыҡ бөгөн сүп минең
туғай оҙон бысраҡ көн күп беҙҙең
Ағиҙел яҙ ҡош төйәк Йүрүҙән иң ҙур
Тиҙәйткестәр уҡыу.
а) Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
б) Йәмле йәйҙә йәйләүҙә,
Йәмле йәшел болонда,
Йәйрәп йөрөй елә-елә
Йәп-йәш кенә ҡолонсаҡ.
III. Өйгә эште тикшереү.
Өйгә уҡырға бирелгән тексты һөйләтеү. ( 93-сө бит, 238-се күнегеүҙә бирелгән тексты 2 уҡыусы һөйләй. )
Текст буйынса һорауҙарға яуап биреү.
- Башҡортостан тәбиғәте ниндәй?
- Ҡағыҙ нисә йыл серей? Быяла? Ә полиэтилен серейме?
Таҡтаға һандары төшөрөп ҡалдырылған һөйләм яҙылған плакат эләм.
Уҡығаныбыҙҙы йомғаҡлау өсөн һөйләмде тултырып уҡыйбыҙ.
Ерҙә ҡағыҙ . . . йыл серей, быяла . . . йыл ята, полиэтилен бөтөнләй серемәй.
Уҡыусылар һөйләмде руссаға ла тәржемә итәл
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>