ᘚࠀУҡыусылар, Башҡортостанда Нөгөш тип аталған тағы бер ҙурыраҡ йылға бар икән. (Картанан Нөгөш йылғаһын күрһәтәм. )
- Ыйыҡ йылғаһы ниндәй? Уның һыуы таҙамы? Ыйыҡ тәрәнме? Ә Нөгөш?
Әйҙәгеҙ, дәфтәргә был турала яҙып ҡуяйыҡ.
Ыйыҡ йылғаһы матур, таҙа һыулы. Ул тар, тәрән булмаған йылға. Нөгөш тә ҙур түгел. Был йылғалар балыҡҡа бай.
- Беҙҙең йылғаларҙа төрлө балыҡтар йәшәй. Ниндәй балыҡтарҙы беләһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары. Балыҡтарҙың һүрәттәрен ҡарап та иҫкә төшөрәбеҙ. )
- Балыҡтар ниндәй һыу ярата? Улар бысраҡ һыуҙа йәшәйме?
- Юҡ. Улар таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала, бысраҡ һыуҙа үләләр.
- Эйе, Ерҙәге бөтә тереклек дә өсөн һыу - һауа кеүек үк иң кәрәкле нәмә. Шуның өсөн һыуҙағы йән эйәләренең күбеһе таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала икән. Ер шарының картаһына ҡараһаң, донъяла ҙур-ҙур океандар һәм диңгеҙҙәр бар икәнен күрергә була. Улар Ерҙең иң күп өлөшөн алып тора. Диңгеҙ һыуы ниндәй?
- Тоҙло.
- Ысынлап та, диңгеҙ һыуы тоҙло, уны эсеп булмай. Эсергә яраҡлы һыу Ер шарында күп түгел, хәҙерге ваҡытта халҡы таҙа һыуға мохтажлыҡ кисергән илдәр, урындар бар. Шуға ла сөсө һыу ятҡылыҡтарын таҙа тоторға, бысратмаҫҡа кәрәк.
Нисек уйлайһығыҙ, йылғаларҙы, шишмәләрҙе, урмандарҙы ҡайһылай һаҡларға була?
Уҡыусылар менән урманды, һыуҙы һаҡлау мәсьәләһе тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Һәр кем үҙе уйлағанды урыҫса йәки башҡортса әйтә.
Ә хәҙер әйтелгән фекерҙәребеҙҙе йомғаҡлап, яҙып ҡуяйыҡ.
Таҡтаға беркетелгән карточкаларҙа тамамланмаған һөйләмдәр бирелгән. Бергәләп һөйләмдәрҙе тултырып әйтәбеҙ. Бер уҡыусы таҡтала яҙа бара.
Походҡа барғанда . . . (полиэтилен, быяла, ҡағыҙ
һәм башҡа сүп-сарҙы урманда ҡалдырма)!
Йылғаларҙы . . . (бысратма, сүп-сарҙан таҙарт).
- Дөрөҫ, уҡыусылар. Тәбиғәтте һаҡлау – бөтә кешенең бурысы
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>