. Йылға буйҙарын, урмандарҙы таҙа тотайыҡ, ағастар ултыртайыҡ. Йәнлектәрҙе, сәскәләрҙе һаҡлайыҡ.
Ял минуты.
5) Дәреслек менән эшләү. 96-сы бит, 243-сө күнегеү. Тексты уҡыу, бергәләп тәржемә итеү.
6) Викторина һорауҙарына яуап биреү.
1) Башҡортостандағы иң ҙур күл? ( Асылыкүл. )
2) Башҡортостан йылғалары исемдәрен әйтегеҙ.
3) Башҡортостандағы иң оҙон йылға? ( Ағиҙел. )
4) Ағиҙел йылғаһының урыҫса исеме? (Белая. )
5) Диңгеҙ һыуы ниндәй? (Тоҙло. )
6) Нефть һыуҙы бысратамы? (Эйе, бысрата. )
7) Йылға балыҡтары исемдәрен әйтегеҙ.
8) Башҡортостанда нисә заповедник бар? Ниндәй заповедниктар? (Өсәү. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал. )
- Афарин.
VI. Өйгә эш биреү.
- Һүҙҙәрҙе ҡабатлағыҙ. Тәбиғәтте һаҡлау темаһына һүрәт төшөрөгөҙ, киләһе дәрескә үҙегеҙ төшөргән һүрәт буйынса һөйләргә әҙерләнегеҙ.
VII. Йомғаҡлау.
- Балалар, тәбиғәтте һаҡлау өсөн һеҙ ниҙәр эшләй алаһығыҙ?
Уҡыусылар дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап бирәләр.
Дәрестә өйрәнелгән һүҙҙәрҙең әйтелешен, тәржемәһен ҡабатлайбыҙ.
Таҡтаға һөйләмдәр яҙылған плакат эләм.
Бергәләп уҡыйыҡ әле. Һеҙ бындағы һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?
Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа - һауа,
йәнлеккә урман, дала, тау кәрәк.
Ә кешегә тыуған ил кәрәк!
Алдағы дәрестә беҙ тәбиғәт тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.
VIII. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.
Страницы: << < 2 | 3 | 4